

Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында Башҡортостанда милли проекттарҙы (национальные проекты в Башкортостане) тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сараларын билдәләне, төп бурыстарҙы атаны.
2025 йылда милли проекттарға 48,8 миллиард һум бюджет аҡсаһы ҡаралған. Федераль ҡаҙнанан 34,7 миллиард һум йәлеп ителгән.
- Ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда милли проекттар ҡаҙанышы кимәле 99,8 процент тәшкил итте. Был Рәсәй төбәктәре араһында 13-сө урынды биләй. Төбәктә айырыуса ҙур иғтибар маҡсатлы күрһәткестәргә, проект һөҙөмтәләренә бирелә, шул иҫәптән быйыл йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған капиталь төҙөлөш объекттарына. Был Яңауыл, Учалы, Асҡын, Благовещен, Әбйәлил, Баҡалы райондарындағы алты поликлиника, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ике күпер, Күмертау ҡалаһындағы, Ҡыйғы һәм Күгәрсен райондарындағы өс коммуналь инфраструктура объекттары, - тип һөйләне спикер үҙенең сығышында.
Азамат Абдрахманов төп маҡсат итеп министрлыҡ һәм ведомстволар тарафынан милли проекттарҙы мәғлүмәт яғынан яҡтыртыуҙы ойоштороуҙы билдәләне.
-Милли проекттар кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү, халыҡ араһында милли проекттарҙы танытыу мөһим, алып барылған эште киң итеп яҡтыртыу кәрәк,- тине республика Хөкүмәте вице-премьеры.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров йыл йомғаҡтары буйынса республиканың башҡарма органдарының эш һөҙөмтәһенең төбәк проекттарға ҡарап та баһаланыуын әйтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Сайтынан.