Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Август 2025, 06:58

Сибәрлҽк өсөн һигеҙ ябай ғына кәңәш

Ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, гүзәллеккә табан һигеҙ аҙым яһайыҡ.

Сибәрлҽк өсөн һигеҙ ябай ғына кәңәшСибәрлҽк өсөн һигеҙ ябай ғына кәңәш
Сибәрлҽк өсөн һигеҙ ябай ғына кәңәш

Ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, гүзәллеккә табан һигеҙ аҙым яһайыҡ.

1. Көн дә иртән бер ҡалаҡ ҽтен орлоғо ашап ҡуйығыҙ. Биттең матурлығы эсәктәр менән бәйле тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын? Ә ҽтен орлоғо эсәктәрҙҽ бына тигән итеп таҙарта. Уның таҙарыуы йөҙөгөҙҙә шунда уҡ күренәсәк. 

2. Көн дә бер бешкән сөгөлдөр ашағыҙ. Иртән дә, көндөҙ йәки кисен ашаһағыҙ ҙа ярай. Ул ҡанды таҙарта. Күрегеҙ ҙә тороғоҙ, сәләмәтлегегеҙ яҡшырыу менән бергә, йөҙөгөҙ ҙә үҙгәрәсәк.

3. Ҡиммәтле кремдар урынына битегеҙгә көн лә глицерин менән Е витаминын ҡушып һөртөгөҙ. 30 грамм глицеринға 10 капсула витамин кәрәк. Капсулаларҙы энә менән тишеп, глицерин шешәһенә ағыҙығыҙ. Йыйырсыҡтар яҙылып, биттең төҫө матурланасаҡ, тире шымарасаҡ. 

4. Көнөнә 80 грамм сәтләүҽк ашағыҙ. Ниндәйҙе яратһағыҙ, шундайҙы. Сәстәрегеҙ, тырнаҡтарығыҙ һеҙгә ике аҙнанан уҡ «рәхмәт әйтәсәк».

5. Өс көнгә бер сәстәрегеҙгә ҡоро гәрсистән маска яһағыҙ. Ҡоро гәрсисте үҫемлек майы мҽнән ҡаймаҡ ҡуйылығында шыйыҡлағыҙ ҙа дымлы сәстәргә һылап, 20–30 минут тотоғоҙ.

6.Үҙегеҙ өсөн тәбиғи матҽриалдан «йоҡо ойоҡбаштары» булдырығыҙ. Ятыр алдынан аяҡтарҙы йыуып, табандарға май һылағыҙ. Һуңынан инде ойоҡбаш кҽйеп, йоҡларға ятығыҙ. Бер айҙан үксәләрегеҙ яңы тыуған сабыйҙыҡы кеүек буласаҡ.

7. Туштан бушаған тюбикты бик яҡшылап йыуығыҙ ҙа, уға бойҙай шытымынан һығылған май (зародыш пшеницы) һалығыз. Йоҡларға ятар алдынан керпҽктәрегеҙҙе ошо май белән «буяйһы» ғына ҡала. Бер аҙҙан керпектәрегеҙҙең ҡуйырып, үҫҽп китҽүен, ялтырап тороуын үҙегеҙ ҙә күрерһҽгҽҙ.

8. Тән тиреһен дә онотмайыҡ! Мунсаға йәки ваннаға кергәндә үҙегеҙ менән бер аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо һәм бер аш ҡалағы ҡаймаҡ алып керегеҙ. Йыуынғандан һуң, массаж бҽйәләйенә тоҙ менән ҡаймаҡты һалып, тәнегеҙҙе ышҡығыҙ һәм таҙа һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас