

Стәрлетамаҡтың 50-нән ашыу ирекмәне Ашҡаҙар йылғаһының яр буйын йәй буйына йыйылған сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнашты. Сараны “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр республиканың экология министрлығынан.
Таҙартыу бер юлы өс ҙур экологик акция сиктәрендә үтте: “Евразияның таҙа ярҙары” халыҡ-ара программаһы, “Рәсәй һыуы” һәм “Таҙа һауаны һайлайым” Бөтә Рәсәй кампаниялары. Бер көн эсендә активистар бер километрға яҡын яр буйы зонаһын тәртипкә килтерә алған. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм ҡаланың алдынғы компаниялары вәкилдәре етәкселегендә йөҙгә яҡын тоҡ ҡалдыҡ йыйыла.
— Йыйылған сүп-сарҙың һәр тоҡсайы беҙҙе төбәктең сәләмәт экологияһына яҡынайта, – тип билдәләне акцияны ойоштороусылар.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең әүҙемлеген “Йәшел ғәҙәттәр экотрекеры” махсус мобиль ҡушымтаһында теркәп, тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн бонустар туплай алған.
Сара йомғаҡтары буйынса акцияны ойоштороусылар һәр ҡатнашыусыға рәхмәт белдерҙе һәм бөтә ҡала халҡын бындай башланғыстарға әүҙемерәк ҡушылырға, йылғаларҙың һәм тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡларға саҡырҙы.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.