Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
25 Августа 2025, 10:22

Өфөлә Танзания менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тикшерелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте компанияларыбыҙҙың ошо йүнәлештә тәүгеләрҙән булып эшләүе менән ҡыҙыҡһына.

Өфөлә Танзания менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тикшерелдеӨфөлә Танзания менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тикшерелде
Өфөлә Танзания менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тикшерелде

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның Танзания Берләшкән Республикаһы делегацияһы менән эшлекле осрашыуы үтте. Сараны “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә.

Сит ил делегацияһын конституцион һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса министр Думбаро Дамас Дэниел һәм Танзанияның Бизнесҡа инвестициялар буйынса советы директоры Паллангио Джонсон Джошуа етәкләй.

Сара Танзанияға “Көнсығыш Африкаға ҡапҡа” булараҡ арналған экспортерҙар клубы форматында үтә. Унда Башҡортостандың нефть-газ, агросәнәғәт, IT-тармаҡтарҙан алдынғы компаниялары, шулай уҡ ағас эшкәртеү, быраулау һәм банк секторҙары вәкилдәре ҡатнашты.

– Аралашыуҙың шул тиклем эшлекле дауам итеүен юғары баһалайбыҙ. Бөгөн беҙ дөйөм темаларҙан билдәле бер тармаҡтарға: туризмға, күмәртәләп һатыуға, логистикаға һәм банк оҙатыуына күсәбеҙ. Бизнестың туранан-тура мәнфәғәттәренә таянып, иҡтисади хеҙмәттәшлекте саф биттән булдырыу өсөн уникаль мөмкинлек бар. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте компанияларыбыҙҙың ошо йүнәлештә тәүгеләрҙән булып эшләүе менән ҡыҙыҡһына. Беҙ ауыл хужалығы техникаһы, ашламалар, эшкәртеү продукттары, нефть химияһы һәм, әлбиттә, билдәле бал менән тәьмин итеүҙә потенциалды күрәбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Осрашыу барышында яҡтар Башҡортостан экспортының өҫтөнлөклө тауарҙарын билдәләнелогистик схемаларҙы һәм Танзанияны күрше илдәр баҙарына сығыу өсөн транспорт хабы булараҡ файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Танзанияла үҙенең бизнесын рәсми теркәгән һәм бал, мал аҙығы эшкәртеү өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барған урындағы “Иньшу” компанияһының уңышлы тәжрибәһе тәҡдим ителә. Яҡтар шулай уҡ Башҡортостанға йәшел кофе һәм авокадо индереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса аныҡ килешеүҙәргә өлгәшелде: Башҡортостан тауарын һатыуҙы әҙерләү, инвесторҙарға ярҙам итеү механизмдарын файҙаланыу һәм ике илдең эшлекле даирәләре араһында тура бәйләнеш булдырыу тураһында.

Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас