Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Август 2025, 10:24

Белорет районында яңы ФАП асылды

Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған.

Белорет районында яңы ФАП асылдыБелорет районында яңы ФАП асылды
Белорет районында яңы ФАП асылды

Башҡортостандың Белорет районы Новобельский ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы ФАП пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы булдырылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары өсөн бүлмәләр бар. Был фельдшер-акушерлыҡ пунктында 128 кеше, шул иҫәптән 30 бала йәшәгән Новобельский һәм Иҙел ауылдары халҡы беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ. Ауыл халҡының һаулығын фельдшер Люция Сөнәғәтова һаҡлаясаҡ.

“Һанлы ФАП” проекты ярҙамында хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға консультацияға ебәрә ала, мәҫәлән, ЭКГ-ны, йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен идара итеү үҙәгенә.

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас