

Йәй аҙағында һауа торошо ҡыуандырырмы?
Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә.
“Яндекс. Погода” мәғлүмәттәре буйынса,
Дүшәмбе, 25 август, тәүлек әйләнәһенә ямғыр яуа. Төндә һауа температураһы +16, көндөҙ +25 градусҡаса етә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Шишәмбе, 26 август, ҡояшлы була тип күҙаллайҙар. Төндә +13...+17 градус, көндөҙ +21 градусҡа тиклем йылыта. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан.
Шаршамбы, 27 август, болотло, шулай ҙа яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә +14, көндөҙ +21 градусҡа етә.
Кесаҙна, 28 август, көндөң тәүге яртыһында ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә +12...+16, көндөҙ +20 градус. Ел көнбайыштан, талғын.
Йома, 29 август, ямғыр яуа тип вәғәҙәләй синоптиктар. Һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә +12-нән +19 градусҡаса тирбәлә. Ел көнбайыштан.
Икенсе ялдарҙа республикала яуым-төшөм көтөлә. Шәмбе, 30 август, йәкшәмбе, 31 август, тәүлек әйләнәһенә +13...+19 градус. Көнбайыштан талғын елдәр иҫә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.