Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Август 2025, 11:30

Иң мөһиме – хәүефһеҙлек

Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Иң мөһиме – хәүефһеҙлекИң мөһиме – хәүефһеҙлек
Иң мөһиме – хәүефһеҙлек

Башҡортостанда Дәүләкән – Талбазы юлындағы Дим йылғаһы аша һалынған күперҙең плитәләрен һәм урҙаларын алмаштырҙылар. 206 погонлы метр оҙонлоғондағы яһалма ҡоролмала тротуарҙарҙа плитәләрҙе, шулай уҡ 16 тимер һәм бетонлы өрлөктө яңырттылар.

Дәүләкән районында, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Дәүләкән – Талбазы юлының Дим йылғаһы аша һалынған күперҙә капиталь ремонт эштәре бара. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

“Күпер Дәүләкәндән Талбазыға ингән урын булып тора. Көн һайын уның буйлап 1800 машина, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты һәм мәктәп автобустары үтә. Шуға күрә был күперҙе нормаль хәлгә килтерергә һәм уның буйлап хәүефһеҙ үтеүҙе тәьмин  итергә кәрәк”, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Сығанаҡ: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас