Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Август 2025, 16:44

Юл буйына аттар кәүҙәһе сәселгән

Уларҙың бөтәһе лә тиерлек үлгән, өсәү генә иҫән ҡалған.

Юл буйына аттар кәүҙәһе сәселгәнЮл буйына аттар кәүҙәһе сәселгән
Юл буйына аттар кәүҙәһе сәселгән

Уларҙың бөтәһе лә тиерлек үлгән, өсәү генә иҫән ҡалған.

Был фотоларҙы һәм видеояҙманы тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Кисә Силәбе өлкәһендә тиҫтәнән ашыу атты тейәп алып китеп барған фура ауған. Был хаҡта Baza Telegram-каналы хәбәр итә. Инцидент Сим ҡалаһы районында М-5 трассаһында була. Тап ошо юл республиканың Салауат, Дыуан, Мәсетле һәм башҡа райондарына алып бара.

Аттар тейәлгән ҙур йөк машинаһы юлда ауа, ваҡиға урынындағы кадрҙарҙа зыян күргән транспорт сараһы һәм тирә-яҡта ятҡан хайуандар күренә. Трассаның был өлөшө бик хәүефле, хәбәр ителеүенсә, транспорттың тормоздары эштән сыҡҡан һәм ул шыуып килеп, юлдан ҡолаған. Аварияла аттарҙың бер өлөшө шунда уҡ йән бирә, ә икенсе өлөшө ауыр йәрәхәттәр ала. Уларҙың һынған урындары күп була, шуға күрә уларҙы ҡотҡара алмайҙар. Видеояҙмала күренеүенсә, ни бары өсләп баш ат ҡына иҫән ҡала. Яҡынса хәбәр ителеүенсә, транспорт Монголияға китеп барған.

Автор:Альфия Мингалиева

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас