Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Август 2025, 15:51

Шишмә районы автопаркына – яңы техника

Башҡортостан ҡалдыҡтар менән эш итеүгә тәғәйенләнгән махсус техниканы „Росагролизинг“ механизмдары аша яңыртыуҙа алдынғы күрһәткестәргә өлгәшә.

Шишмә районы автопаркына – яңы техникаШишмә районы автопаркына – яңы техника
Шишмә районы автопаркына – яңы техника

"Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙамында Шишмә районы автопаркына сүп-сар ташыусы ике яңы машина һатып алынған. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

Атап әйткәндә, льготалы лизинг программаһы буйынса машиналарҙы ҡаты коммуналь һәм ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән шөғөлләнгән «Уют» компанияһы алған. Көн һайын предприятие 60 тоннаға яҡын сүп-сар ташый.

– Башҡортостан ҡалдыҡтар менән эш итеүгә тәғәйенләнгән махсус техниканы „Росагролизинг“ механизмдары аша яңыртыуҙа алдынғы күрһәткестәргә өлгәшә. Беҙ был ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса системаһын булдырыу буйынса эште көсәйтәбеҙ. Был- экология именлеген һәм граждандарыбыҙҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың мөһим өлөшө, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара.

Быйылдан РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы.

Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Автор:Равиля Гатауллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас