

Был өлкәлә эшләүсе уңышлы предриятиеларҙың береһе “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша. Комбинаттың эшсе төркөмө вәкиле әйтеүенсә, проектта ҡатнашыу сығымдарҙы 20-30 процентҡа кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Ойошманың эшсе төркөмө туғыҙ программа – 5с системаһын, процестарҙы һәм етештереүҙе анализлау, эштәре стандартлаштырыу, ҡорамалдарҙы автоном хеҙмәтләндереү буйынса белемен камиллаштырған.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәге етәкеһе Тимур Низамов һүҙҙәренсә, предприятиела проект буйынса ентекле пландар билдәләнгән. Белгестәр логистика өҫтөндә эшләйәсәк, продукцияны ҡаптарға төрөү линияһын үҙгәртәсәк, етештереү анализын яйға һаласаҡ. Киләсәктә был тәжрибә башҡа линейкаларҙа ла һыналасаҡ.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестицион әүҙемлекте арттырыу. Айырым иғтибар иҡтисадтың сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесән арттырыуға бирелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите