

“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел районындағы 14 мәктәптең матди-техник базаһы яңыртылды.
Айырыуса хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек һәм тыуған илде яҡлау нигеҙҙәре кабинеттарын йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптәр заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән, фрезер машиналары, дозиметрҙар һәм тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн саралар менән йыһазландырылды. Педагогтар хәҙер лазер станогынан, Калашников автоматы, Макаров пистолеты макеттарынан файҙалана ала. Был практик дәрестәрҙе юғары кимәлдә үткәрергә һәм уҡыусыларға тейешле күнекмәләрҙе уҡыу ваҡтында алырға мөмкинлек бирәсәк.
“Яңы ҡорамал уҡыу сифатын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, уҡыусыларҙы ысынбарлыҡтағы профессиональ эшмәкәрлеккә әҙерләргә ярҙам итәсәк һәм лаборатор, практик занятиеларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Заманса уҡыу ысулдарын индереү дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ һәм файҙалыраҡ үткәрергә булышасаҡ. Беҙ балалар тейешле практик күнекмәләр алһын өсөн даими рәүештә техниканы һәм ҡорамалдарҙы яңыртабыҙ”, – тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Руслан Мусин.
2026 йылда һынлы сәнғәт, музыка һәм физика кабинеттарын, 2027 йылда математика, информатика, химия һәм биология кабинеттарын яңыртыу планлаштырыла.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты(нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: ”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.