Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2025, 05:21

Мәләүез эшҡыуары яңы ҡорамалдар һатып алған

Илнур Ҡасмаев ағас онтаҡтары етештереү тармағында 2021 йылдан эшләй, хәҙер уға ағас онтаҡтары етештереү һәм әҙер продукцияны төрөү өсөн заманса ҡорамалдар кәрәк.

Мәләүез эшҡыуары яңы ҡорамалдар һатып алғанМәләүез эшҡыуары яңы ҡорамалдар һатып алған
Мәләүез эшҡыуары яңы ҡорамалдар һатып алған

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы Мәләүез эшҡыуары Илнур Ҡасмаевҡа яңы ҡорамал һатып алырға ярҙам иткән.

Шул иҫәптән CLC-3 ағас эшкәртеү ҡорамалы, PGBU-2000 гидравлика ҡаплау прессы һәм эйелгән транспортер. Дөйөм алғанда, уға биш йылға 3,77 миллион һум бүленгән.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, льготалы лизинг программаһы республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәртләндереүгә йүнәлтелгән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүсе дәүләт инструменттарының береһе булып тора. Ул компанияларға кәрәкле ҡорамалдар менән файҙаланыу һәм иҫкергән төп фондтарҙы бер тапҡыр ҙур сығымдарһыҙ яңыртыу мөмкинлеген бирә.

Илнур Ҡасмаев ағас онтаҡтары етештереү тармағында 2021 йылдан эшләй, хәҙер уға ағас онтаҡтары етештереү һәм әҙер продукцияны төрөү өсөн заманса ҡорамалдар кәрәк. Был сығымдарҙы кәметергә, етештерелгән продукцияның тиҙлеген һәм сифатын күтәрергә ярҙам итер тип ышана эшҡыуар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: республика Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас