Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Август 2025, 04:09

Тормошҡа ашмаған хыялдар

Ире тартҡан тәмәке еҫе һаман да аңҡып торған, уның хәләл тире һеңгән иҫке кейемдәрҙе мунса мейесенә яҡты...

Тормошҡа ашмаған хыялдарТормошҡа ашмаған хыялдар
Тормошҡа ашмаған хыялдар

Мәрхәбә, ҡала ситендә урынлашҡан коллектив баҡсаның ҡыйшайған, келәһе эленмәгән, ниңәлер зарланғандай шығырҙаған ҡапҡаһын асып, эскә үтте. Баҡсалары  төп юлдан йыраҡ түгел. Ярайһы ғына күренгән ике йортто һүтеп алғандар. Ҡайҙалыр күсерәләрме,  һүтеп, материалын һаталармы...  Хуҗалары күренмәй.   Алдараҡ ишек-тәҙрәләре ҡайырылған, ярым һүтелгән йорттар, ниңә ҡыйырһытылғандарын аңламағандай, буш күҙҙәрен бер-береһенә текләгән.

Ярым емерек өйҙәр араһында кеше юҡ.  Күҙ алдында үҫә, киңәйә барған ҡала баҡсаға ла килеп терәлде.  Ғәскәр кеүек теҙелеп килгән бейек йорттар урын һорай, аяуһыҙ  һөҗүм итә.   Күбеһе  юҡ-бар таҡталарҙан ғына әтмәләнгән, бер ҡатлы был тыйнак  баҡса йорттарына ҡала тиклем ҡалаға  ҡаршы тора алыу ҡайҙа инде ул?!    Кемдәрҙеңдер тиҫтә йылдар буйына һалған хеҙмәте ер менән тигеҙләнеп бара...      

Мәрхәбә аяҡтарын һөйрәп тирлек үҙ өйө яғына табан атланы. Электр утын күптән киҫһәләр ҙә, ни ғәҗәп, баҡса буйлап һуҙылған торбанан һыу һаман да ағып ята ине әле.  Йылдар буйына туйҙырған, ашатҡан тупраҡҡай, эсеп ҡалайым, тигән кеүек, һәр тамсыны йотоп бара.  

Мәрхәбә  нескә генә булып аҡҡан һыуға ҡарап торҙо ла кранды ябып ҡуйҙы.  Тормош бер нимәне лә, шул иҫәптән һыуҙы да әрәм-шәрәм итмәҫкә, һаҡ тотонорға өйрәтте шул.  Икһеҙ-сикһеҙ күренгән шул уҡ һыу байлығы  ла ҡайҙалыр, кемгәлер етмәй. Кемдер таҙа һыуҙың тамсыһы өсөн тилмерә.         

Бикле ишекте асып керер алдынан ҡатын  баҡсаһын күҙҙән үткәреп бер аҙ баҫып торҙо. Ут һымаҡ янып ултырған бәрхәт сәскәләренә әле көҙ һулышы теймәгән.  Иртә өлгөрә торған алмағасы  алмаһын ҡоя башлаған.  Ҡыҙыл, алһыу битле алмалар, йыйғанды көтөп, ерҙә тәгәрәп ята... Тиҙҙән тамыры менән һурып алынасаҡ алмағастың һуңғы алмалары... Иң күп алма бирә торған  алмағасы  ниңәлер  яҙҙан уҡ ҡороно.  Уныһының алмаһы һарғылт, өлгөргәс хатта үтә күренмәле һымаҡ, бер аҙ ярмалы, айырыуса тәмле ине.  Ауыҙҙа иреп китә торған  шул алманы улдары Әнүәр ҙә  яратып, һанын һанамайынса, туҡтай алмай ашай ине.  Ана  бахырҡайҙың япраҡһыҙ ботаҡтары, ниҙер һорағандай,  ябык бармаҡтарҙай күккә үрелгән... Әллә ҡышҡы һалҡындарға сыҙамады.  Әллә ҡайырыһын йәнлектәр кимергәс, терелеп китә алманы. 

Мәрхәбә уның яраланған ҡайырыһын бәйләп, үҙенсә дауалап та ҡарады. Тик алмағас терелеп китә алманы.  Ана  ҡарағат еләктәре ергә ҡойолоп ултыра.    Ҡурай еләге ҡыуағы, ҡойма аша ҡасарга теләгәндәй, күрше бакчага үҫенте сығарған.  Уңышы йыйыып алынған кишер, сөгелдөр түтәлдәрен, бәрәңге ерен  сүп баҫа башлаған. Мунса тирәһен кесерткән баҫҡан. 

Мәрхәбә йоҙаҡты асып  баҡса өйөнөң эсенә үтте.  Ике тимер карауат, тимер мейес, өҫтәл, урындыҡтар торған өй эсе  көҙгө көнгә ҡарап һалкынса ине. Ҡатын,   оҙаҡҡа килмәһә лә, иренеп торманы, иҙәндә ятҡан ҡоро таҡтаны тимер мейескә яғып ебәрҙе. Шартлап янған ҡоро утын  йылылыҡ менән бергә өй эсенә йән өрҙө. Бүлмәләге алынаһы әйбер, кәрәк-яраҡ  күптән алынып бөткән.  Бында, хуҗаларына күптән  тоғро хеҙмәт итеп,   инде иүкергән, кирәге калмаган әйберләр генә калган иде. Ана тәҙрә төбөндә быяла ҡыуыҡлы  керосин лампаһы тора. Электр уты йыш ҡына һүнгән саҡтарҙа Мәрхәбә шул лампаны ҡабыҙа ине.  Уның игеҙәге  мунсала булырға тейеш.  Бәләкәй саҡта әкиәттәр уҡырға бик яратҡан  улы  Әнүәр, шул “сихри” лампаны бармаҡтары менән ыуып, “тылсымлы” лампанан  әкиәт геройы сығыуын көтә ине...

Мәрхәбә ирекһеҙҙән лампаны  ҡулына алды,  ҡыуышын бер ситкә ҡуйып,  филтәһен ҡараны. Ҡасандыр ире Сәфәр  һалған керосины бөткән.   Бер яҡтан,   баҡсаның һуңғы көндәрен күрмәүе әйбәтерәк тә кеүек Сәфәренең. Күпме көсөн, күпме ваҡытын  һалды ул ошо уста һыҡһаң һыу сығарҙай һаҙлы, торфлы  биш сутый ерҙе еләк-емеш, йәшелсә  үҫәрлек иткәнсе.  Күпме уңдырышлы тупраҡ ташыны үҙ елкәһендә.  Ашлаған ер аш бирә, ашламаған ер таш бирә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул. Уңған кеше ҡулына  тупраҡ услаһа ла, алтын итә, тимәҫтәр ине.

Тәүҙә, ҡойоп яуған ямғырҙан ҡасып, күршеләргә, улар булмағанда бәҙрәфкә кереп  йәшеренәләр ине. Шунан   юҡлыҡ менән генә  ошо ҙур булмаған  таҡта йортто әтмәләнеләр.  Оҫта ҡуллы Сәфәр уны эстән фанера менән ҡатлап, әйбәтләп  йылытты.   Иҙәненә тиклем ике ҡатлап, араһына йылылыҡ өсөн опил һалды.  Тәҙрә йөзлөгөнә тиклем селтәрләп киҫеп матурлатты.  Тыштан зәңгәр, аҡ буяуҙар менән буяп ебәргәс, тыйнаҡ ҡына баҡса йорто   “көлөп ебәрҙе”.  Бер нисә йылдан  бер ситкә кескенә генә мунса һалдылар.  Бәләкәй булһа ла, уныһы ла үҙе  үҫеп сыҡманы,  уныһына ла ҙур тырышлыҡ китте.

Тырышҡан тамсы таш тишкән.   Яҙ  етеүгә улар һәр ялда ҡырмыҫҡалар кеүек ошо баҡсала ҡайнаштылар.  Йәйҙәре ошонда йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп үтте.  Эш ҡаты булһа ла, тырышһаң йомшай, тигәндәр. Үҙҙәре кеүек эшсән, асык күңелле  күршеләре менән бер туғандай  дуҫлаштылар.  Эштең бутҡаһы тәмле, тигәндәй,  ял араһында алмағас төбөндә  гөрләшеп бергә сәй эстеләр. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы; бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Уңыш алыу тураһында бер-береһе менән кәңәшләштеләр, үҫкәне менән ихлас маҡтандылар.  Көҙҙәрен үҫтергән  уңышты һөйөнә-һөйөнә  фатирҙарына ташынылар. Теләк булһа, беләк ҡарышмай.    Һалған көс,  тырышлыҡ арҡасында өҫтәлдәре мул,  ҡыштары туҡ булды.   Хеҙмәт төбө – хазина шул.  

Төҙөлөш башлағанда бергә йыйылып, уйын-көлкө менән  өмә үткәрҙеләр. Юҡҡа ғына был баҡсаларҙы коллектив баҡса тип атамайҙар шул.  Ағас емеше менән, әҙәм эше менән. Әйе, ябай баҡса булманы  был улар өсөн. Ире Сәфәр юҡҡа ғына уны “йәннәт баҡсаһы” тип йөрөтмәй ине. Туҙанлы, тынсыу ҡаланан һуң бындағы саф һауаны күкрәк киреп һуланылар. Ике бүлмәле  ҡыҫыҡ фатирҙан һуң бындағы киңлеккә, иркенлеккә ҡыуандылар.  Йәйге йылы төндәрҙә алмағас төбөндәге карауатта  иҙрәп йоҡланылар.  Хыяллана-хыяллана йондоҙҙарҙы кү ҙәттеләр. Таңдарҙы  һоҡланып ҡаршыланылар. Алмалы, емешле, йондоҙло , бәхетле  “йәннәт баҡсаһы”... Тик ваҡытыннан алда кибеүе  генә  аяныс “йәннәт баҡсаһының”... Ана теге ваҡытһыҙ ҡороған алмағас кеүек ҡороуы...  Ағасты үҫтереүе илле йыл, киҫеүе биш минут шул. Ҡоротто замана йәннәт баҡсаһын...        

Мәрхәбә өйҙән сыҡты ла, түтәлдәр араһына эйелеп,  ҡарағусҡыл  тупраҡты усына алды.  Туйындырҙың, ашаттың, тупраҡҡай. Утыҙ йыллап туйындырҙың.  Рәхмәт һиңә. Күпме хәләл тиребеҙ тамды бында.  Һыҡһаң,   түккән тир тамар кеүек... Шуға, тир ҡушылғанға, тәмлеҙер шул ер биргән уңышы да. Ошо ерҙә улдары Әнүәр беренсе хеҙмәт мәктәбен үтте.  Бәләкәй биҙрәһе, бәләкәй көрәге тәүге эш ҡоралы булды.  Ул саҡта  Мәрхәбә менән Сәфәр,  мәш килеп “эшләп” йөрөгән улдарына  ҡыуана-ҡыуана ҡарап, бына бер ваҡыт ул да үҫеп етәр, беҙ ҡартайырбыҙ, баҡса Әнүәргә, уның балаларына ҡалыр, тип хыялланалар ине. Шуға күрә көстәрен дә, сәләмәтлектәрен дә ҡыҙғанманылар.  Булманы шул. Нишләйһең, булманы.

Ҡалаға урын кәрәк. Ҡала йылдан-йылға, көндән-көнгә  ҙурая, үҫә бара.  Тирә-яҡтағы урмандарҙы ҡырҡып, баҡсаларҙы, өйҙәрҙе  емереп үҙ аҫтына һала бара.  Утыҙ йыл буйына түккән хеҙмәтеңде  аҫтына һала бара. Замана донъяны үҙенә кәрәксә һүтеп ҡора.    Мәрхәбә һуңғы тапкыр мунса яғып керергә булды.  Тышта йыйылған  ямғыр һыуы таҙа күренә. Ҡалған утыны ла тиҙҙән әрәм буласаҡ.  Ҡатын ҡоромланып бөткән мунса эсенә лапаҫтан утын ташыны ла,  һыу һалып, яғып ебәрҙе.  Мунса әҙер  булғансы ерҙә тәгәрәп яткан алмаларҙы йыйҙы.  Иҙелеп торған бер ус ҡарағатты йыйып, ауыҙына ҡапты.  Шунан ҡарап-ҡарап торҙо ла, ҡурай еләген ергә эйеп бәйләне.  Сүп үләне баҫҡан ике түтәлде ҡаҙыны.  Тиҙҙән һүтеләһе, емереләһе, трактор сылбыры аҫтында юҡҡа сығаһы  баҡсала был эштәрҙе башҡарыуы мәғәнәһеҙ, юҡҡа көс түгеү булып  күренһә лә, ул үҙе ни ҡылғанын аңлай ине. Был уның  утыҙ йыл туйҙырган ергә үҙенсә бурысын ҡайтарыуы, һуңғы тәрбиәһен биреүе ине.  Һуңғы тапҡыр эйелеп, рәхмәт әйтеүе ине...         

Мәрхәбә Сәфәренең мунса алдында эленеп торған эш кейемдәрен йыйып, бисмиллаһын әйтеп, уларҙы    мунса мейесенә яҡты. Ире тартҡан тәмәке еҫе  һаман да аңҡып торған, уның хәләл тире һеңгән  иҫке кейемдәрҙең кемдеңдер аяҡ аҫтында, трактор сылбыры аҫтында ятыуын ул  кисерә алмаясаҡ. Улының бәләкәй саҡтан ҡалған резина  итеген табып төштө. Юҡ, ҡалдыра алмай уларҙы бында Мәрхәбә. Бында ҡалдырһа, бала сағы рәнйер кеүек улының.  Ҡатын уларҙы, айырым төрөп, юл сумкаһына  һалды.

Сабынырға  бик яратмаһа ла, Мәрхәбә ҡайын миндеген бешермәй ҡалманы.  Ғүмер итә-итә һеңгән ғәҙәтте ҡайҙа  ҡуйып була һуң уны? Сәфәре,   мунсаны урынынан ҡуҙғатырлык итеп,  кирелеп һелтәнә-һелтәнә, деү килеп  сабынырға ярата ине.  Мунса ташына ике-өч сүмес һыуҙы шартлатып һала да,  эләүкәгә һуҙылып ята һәм  арҡаһын, кәүҙәһен ҡатынынан саптыра.  Түҙәрлеге ҡалмаған Мәрхәбәнең  эҫенән ҡолаҡтары бешә, ә иренә ҡыҙыу  һаман етмәй: “Үтмәй бит! Һал тағы эҫе! Йәлләмә!”   Мунсанан ҡурай еләге һымаҡ ҡып-ҡыҙыл булып килеп сыға ла, тышта торған биҙрәнең һалҡын һыуын өҫтөнә һибә! Әй ярата ла инде мәрхүмкәй мунса керергә!  

Мәрхәбә лә бөгөн,  әллә ире хаҡына, әллә үҙе теләп, дәртләнеп китеп, рәхәтләнеп сабынды. Йомшаҡ ямғыр һыуында тиреһе шығырҙап торғансы йыуынды, таҙарынды.  Кермәнем, сабынманым тиерлек булмаһын. Үкенесе ҡалмаһын.  Рәхмәт, мунсаҡай!      Мунсанан сыҡҡас, Мәрхәбә  бер аҙ ятып алды да,  баҡсаның шифалы үләндәрен ҡушып, мейестә сәй ҡайнатып эсте. Ике карауатты йыйыштырып ҡуйҙы. Өйҙөң иҙәнен, тәҙрәләрен һөртөп алды. Ҡояштай яҡты бәрхәт сәскәләрен алып кереп, һыулы банкаға һалды һәм өҫтәлгә ҡуйҙы.  Өйҙөң диуарын, ишеген, мейесен ҡулдары менән һаҡ ҡына һыйпағанда күҙҙәре дымланды.  Нисә йылдар ямғырҙан, елдән, сит күҙҙәрҙән  һаҡланың, йортҡайым. Нисә йылдар  хеҙмәт иттең.  Һаҡлай, яҡлай ғына алмайым һине. Кисер мине...       

Ҡатын һуңғы тапҡыр баҡсаһын күҙҙән үткәрҙе.  Күңеленән тағы бер ҡат рәхмәт әйтте. Ҡапҡанан сыҡҡанда артына боролоп ҡарамайынса булдыра алманы.  Көҙгө елдә һығылған  алмағас ботаҡтары, рәхмәт әйткәндәй ергә тиклем эйелеп, ҡул болғағандай  тирбәлеп ҡалдылар... 

Физәлиә Дәүләтйәрова.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас