Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
14 Август 2025, 04:16

Райондың территориаль һайлау комиссияһы сираттағы ултырышын уҙғарҙы

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль райондың территориаль һайлау комиссияһының сираттағы ултырышының көн тәртибендә 2025 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлеккә ҡағылған ете мәсьәлә ҡаралды. Ултырышты комиссия рәйесе Зөлфиә Әхмәрова алып барҙы.

Территориаль һайлау комиссияһының рәйес урынбаҫары Әлфиә Зәйнуллина теркәлгән кандидаттарҙың һайлау алды агитация материалдарын баҫыу өсөн бушлай баҫма майҙансығы бүленеүе бу­йынса йәрәбә үткәрелгәнлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Артабан 2025 йылдың 14 сентябрендә билдәләнгән муниципаль Совет һәм Ефремкин, Николаевка, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советтары депутаттарын өҫтәмә һайлау­ҙарҙа тауыш биреү өсөн комиссия һайлау бюллетендәренең формаһын, әҙерләү һәм килтереү тәртибен, һайлау бюллетендәрен әҙерләүҙе контролдә тотоуҙы раҫланы.
Шулай уҡ ултырыш барышында комиссия ағзалары урындағы үҙидара вәкиллек органдарына өҫтәмә һайлауҙарҙа теркәлгән кандидаттар һәм һайлау берләшмәләре ғаризаһы буйынса агитация йәмәғәт сараларын йыйылыш формаһында уҙғарыу өсөн биналар биреү ваҡыты һәм тәртибе тураһында мәсьәләне ҡараны. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса комиссия агитация йәмәғәт сараларын уҙғарыу ваҡытын 90 минут оҙайлығында һәм агитация сараларын уҙғарыу өсөн бина биреү тәртибен контролдә тотоу буйынса сараларҙы, яуаплы кешеләрҙе билдәләне.
Көн тәртибендәге бөтә һорауҙар бу­йынса комиссия тарафынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас