Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Август 2025, 11:00

Юлға сыҡһығыҙ, иғтибар итегеҙ: ҡар яуған!

Был тәбиғәткә ни булған? Ямғырҙары ла туҡтамай, боҙло борсағы ғына түгел, ҡар ҡатыш рашҡыһы ла булып тора.

Юлға сыҡһығыҙ, иғтибар итегеҙ: ҡар яуған!Юлға сыҡһығыҙ, иғтибар итегеҙ: ҡар яуған!
Юлға сыҡһығыҙ, иғтибар итегеҙ: ҡар яуған!

Һуңғы көндәрҙә тәбиғәттең ҡапыл үҙгәреүе халыҡты аптырашта ҡалдырҙы. Ҡойма ямғырҙары менән кинәт күк күкрәп ебәрә, йә булмаһа боҙло борсаҡ яуа. Ана, Силәбе - Магнитогорск автомобиль юлында водителдәр ҡар ҡатыш рашҡы булыуын да хәбәр итә. 

Календарҙа йәй айы булһа ла, урамда көҙ һыуығы тантана итә.

Шулай ҙа һауа торошона ҡарамай, иң мөһиме - күңелдәрегеҙҙә йәй кәйефе һаҡланһын! Көн яманы китә, тиҙәрме әле...

Фото: телеграм.

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас