Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Август 2025, 11:17

"Әсәйем, балта тотоп, ҡулыңды сабып ырғытам, тине..."

Билдәле халыҡ артисының әсәһе шулай тип ҡурҡытырлыҡ нимә эшләгән һуң ул? Улайға ҡалһа, беҙҙең байтағыбыҙға бының аша үтергә тура килгәндер. Минең дә, балта менән янамаһалар ҙа, шундайыраҡ хәлдә ҡалғаным бар...

"Әсәйем, балта тотоп, ҡулыңды сабып ырғытам, тине...""Әсәйем, балта тотоп, ҡулыңды сабып ырғытам, тине..."
"Әсәйем, балта тотоп, ҡулыңды сабып ырғытам, тине..."

Мин - һулаҡай. 100 процент һулаҡай. Бәләкәй саҡта әсәйем дә башлап уң ҡул менән тоторға өйрәтеп маташты, уҡытыусым да ипләп кенә ҡулыма һуғып, ручкамды уңына тоттороп китә ине. Әммә уң ҡул менән эшләргә, яҙырға өйрәнә алманым. 

Дөрөҫөн әйткәндә, ике ҡул менән дә эшләгән-яҙған, уң ҡулы менән яҙып, башҡа бөтә эште һулы менән эшләгәндәр тағы ла күберәк. Күрәһең, совет заманында уларҙы ла мәктәптә көсләп шулай өйрәткәндәр. Ундай хәл минең менән дә булды шул. Артабан өлкән тормошта нисектер уң ҡулымды ла әҙерәк эшкә егергә өйрәндем. Хәҙер һауыт-һабаны йышыраҡ уң менән йыуам. Тик яҙыу-һыҙыуҙы барыбер һул ҡул менән башҡарам.

Ә бына Башҡортостандың халыҡ артисы, мәрхүм Заһир Вәлитов бер мәл: "Әсәйем эргәмдә балта тотоп, һул ҡулың менән яҙып ҡына ҡара, ҡырҡам да ырғытам, тип уң ҡул менән яҙырға өйрәтте", - тип иҫкә алған. Ышанам, ул саҡта шулай булғандыр. 

Бөгөн иһә һулаҡайҙы берәү ҙә тәнҡитләмәй, әрләмәй, кирегә өйрәтеп маташмай. 

13 август - Һулаҡайҙар көнө. Байрамыбыҙ менән, һулаҡайҙар! Йә, беҙ күпме икән, лайк ҡуйығыҙ һәм комментарийҙа яҙығыҙ әле.

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:
Читайте нас