Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Август 2025, 11:09

Малай өләсәһен талаттыра

12 йәшлек малайҙың яҡынының 300 меңенән елдәр иҫә...    

Малай өләсәһен талаттыраМалай өләсәһен талаттыра
Малай өләсәһен талаттыра

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә,  аферистар хатта балаларҙы ла йәлләп тормай. Благовар районында йәшәгән 16 йәшлек үҫмергә  “вуздың ҡабул итеү комиссияһынан” шылтыратыу килә. Базаға уның мәғлүмәттәрен индереү һылтауы менән  “ғаилә иҫәбен сит ил ойошмалары финанслай” тип ышандыралар. Һөҙөмтәлә үҫмер 800 мең һумлыҡ кредит ала һәм QR-код аша маркетплейстарҙа тауарға аҡса түләй.

Балаҡатай районында 12 йәшлек малай уйын валютаһы алыуға вәғәҙә итеүҙәренә ышанып, алдаҡсыларға өләсәһенең банк ҡушымтаһына инергә ярҙам итә. Күп тә үтмәй, иҫәптәге 300 мең һум  аҡсанан елдәр иҫә.

Башҡортостан  Эске эштәр министрлығы  мут әҙәмдәрҙең даими рәүештә  алдау схемаларын үҙгәртеүе, ҡорбандарынан аҙ-аҙлап бер  нисә тапҡыр аҡса күсерергә мәжбүр итеүе тураһында иҫкәртә.  Һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, исем-фамилияғыҙҙы белгән таныш булмаған кешеләргә лә ышанырға ярамай.

Фотоның материалға ҡағылышы юҡ. Фотоэтюд авторы: Л. Тораманова.

 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас