

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Краснокама дауаханаһына яңы заманса ультратауыш диагностика аппараты алынды. Уны урынлаштырғандан алып, 160 тикшереү үткәрелгән.
Ультратауыш аппараты – уңайлы дизайны һәм идара итеүсе функциональ сенсор панеле булған юғары сифатлы медицина системаһы. Аппарат монитор, юғары йышлыҡлы төрлө типтағы датчиктар менән комплектланған. Һүрәттәре асыҡ һәм аныҡ.
–Яңы ультратауыш аппараты беҙгә төрлө ағзалар һәм организм системалары сирҙәрен тиҙерәк диагностикаларға һәм сифатын арттырырға ярҙам итәсәк, – тип билдәләне ультратауыш диагностикаһы табибы Динә Ханова.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.