Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Август 2025, 04:12

Түрһәгәҙе йылғаһы аша күпер яңыра

Урал – Мораҙым юлында Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙә плитәләр ҡороу эше башланды. 

Түрһәгәҙе йылғаһы аша күпер яңыраТүрһәгәҙе йылғаһы аша күпер яңыра
Түрһәгәҙе йылғаһы аша күпер яңыра

Ауырғазы районы биләмәһе аша үткән Урал – Мораҙым юлында Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙә монолит бетондан плитәләр һалыу эшенә тотондолар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Таштамаҡ ауылында 30,1 погон метр оҙонлоҡтағы күпер ҡоролмаһын реконструкциялауҙы «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектына (национальный проект «Инфраструктура для жизни») ярашлы башҡаралар. Бынан алда күперҙә аралыҡ төҙөлөшө балкаларын монтажлау, гидроизоляция ҡоролмаһын һәм бетон ҡатламды тигеҙләүсе шкаф стеналарын һәм яндауыр ҡоймаһын ҡуйыу тамамланған.

Күпер Таштамаҡ, Михайловка һәм Семенкин ауыл биләмәләренә ингән 18 ауыл халҡы өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был күпер аша улар район үҙәге Талбазыға йөрөй. Шулай уҡ ул йәмәғәт транспорты һәм мәктәп автобусы өсөн дә мөһим. Уҡыу осоронда мәктәп транспорты көн һайын 30-ҙан ашыу уҡыусыны һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ташый. Шуға күрә күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙә эштәр график буйынса бара. Реконструкцияны 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас