

Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») “Уңайлы ҡала шарттарын булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Хәҙер паркка инеү урыны айырыуса матур - бында колонналар менән ротонда урынлаштырылды. Шулай уҡ баҫҡыстар яңыртылған, пандус ҡуйылған. Гоголь урамы буйлап гранит бордюрҙар һалынған, брусчатка йәйелгән. Шулай уҡ паркта яңы эскәмйәләр һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.
Еңеү паркы – ял итеү урыны ғына түгел, ә матур мемориал комплекс та. Бында “Һалдат уйҙары” мемориалы, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалыусыларҙың исемдәре яҙылған стела, Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙары аллеяһы, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәргә бағышланған мемориал, “Тыл эшсәндәренә һәм һуғыш балаларына”, “Сик буйы һаҡсыларына дан”, “Беҙҙән башҡа бер кем дә!”, “Диңгеҙ сиктәре һаҡсыларына” һәйкәлдәре, асыҡ һауа аҫтында хәрби техника музейы урынлашҡан. Быйыл яҙ бында шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап 80 ағас ултыртылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите