Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Август 2025, 04:13

Беҙҙең шротты Төркмәнстанға оҙаттылар

Төркмәнстанға гранулалы көнбағыш шроты партияһын ебәрҙеләр.    

Беҙҙең шротты Төркмәнстанға оҙаттыларБеҙҙең шротты Төркмәнстанға оҙаттылар
Беҙҙең шротты Төркмәнстанға оҙаттылар

Башҡортостан мал аҙыҡ-түлеге сығарылған сит илдәр исемлеген киңәйтә. Төркмәнстанға гранулалы көнбағыш шроты партияһын ебәрҙеләр.

Мал һәм ҡош-ҡорт аҙығына өҫтәмә барлыҡ тикшереүҙәрҙе үткән. Гранулалы көнбағыш шроты ГОСТ һәм импорт сығарылған ил талаптарына тулыһынса тура килә. Фитосанитария сертификаты ла бирелгән. Сит илгә ауыл хужалығы продукцияһын сығарыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) төп йүнәлештәренең береһе.

Ҡиммәтле, юғары протеинлы аҙыҡ 63 тонна тәшкил иткән. Продукцияны Башҡортостандағы ҙур май эскстракцияһы предприятиеһы әҙерләгән.

Сығанаҡ, фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас