

Мәләүез районының Әбет ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
ФАП Әбет һәм Эткөсөк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы – 400 кеше. Яңы медицина пунктында пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтләнеүсе кешеләр өсөн пандустар ҡуйылған, ишектәр киңәйтелгән. Ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары бар. Бында халыҡты 26 йыл хеҙмәт стажы булған фельдшер Миңлегөл Яманаева ҡабул итә.
–Бөтә пациенттарымды исемләп беләм. Улар яңы медицина пункты асылыуын шатланып ҡабул итте. Һәр кем яҡшы шарттарҙа дауаланырға теләй, – ти фельдшер.
– Айырыуса оло кешеләр һәм бәләкәй балалары булған әсәләр өсөн ул уңайлы. Процедуралар өсөн ҡалаға йөрөү кәрәкмәйәсәк. Бинала яҡты, йылы. Хәҙер беҙҙә медицина пункттары булған ауылдар һаны артты, бик шатбыҙ, – тине Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Көнгәк” гәзите сайты.