

Шулай итеп, бер нисә көн эсендә генә Киров урамының автомобиль юлы на яңы асфальт һалынды ла инде. Хәҙер унда юл ситтәрен тәртипкә килтереү эштәрен башҡарырға ғына ҡалды. Киров урамы килешеүгә ярашлы, Киров урамын дағы автомобиль юлын ағымдағы йыл дың 15 авгусына тиклем төҙөкләндереп бөтөрөргә тейештәр. Төп урамға асфальт йәйелде лә инде. Хәҙер тыҡрыҡтарҙы, юлдар тоташҡан урындарҙы, юл сит тәрен тәртипкә килтереү эштәре ҡалды. Әлеге көндә юлсылар Хо ҙай бирҙин урамындағы юлға асфальт түшәй. Эштәр барышы тураһында Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатовтан белештек.- Юлдарҙы ремонтлау бу йынса “Баш альянсстрой” яуап лылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Был Ә Хоҙайбирҙин урамы бу йынса юлды ремонтлау бу йынса килешеү ике йылға ҡаралған. Ундағы эштәр ике этапта башҡарылырға планлаштырылғайны. Беренсе этап эштәре быйыл 15 августа, ә икенсе этабы 2026 йылдың 30 июнен дә тамамланырға тейеш. Шулай булыу ға ҡарамаҫтан, әгәр барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, подрядчиктар барлыҡ эштәрҙе лә быйыл бер юлы бөтөрөргә планлаштыралар. Пландары тормошҡа ашһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине, әл биттә, - тине Айрат Әсхәт улы. Билдәле булыуынса, Өфө районы сигенән Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы “Өфө Ҡырымы” микрорайонына тик лем юл участкаһына ла асфальт түшәргә ике йыллыҡ килешеү төҙөлгән.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.