Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Август 2025, 10:13

Яҡын кешең аферист булһа...

Граждандар мутлашыусы­ларҙың “ҡар­мағына” эләгеү­ҙәрен дауам итәләр.

Граждандар мутлашыусы­ларҙың “ҡар­мағына” эләгеү­ҙәрен дауам итәләр. Әммә аферист яҡын кешеһе йәки хеҙмәттәше булған осраҡ та бар. Беҙҙең районда йәшәүсе бер ҡатын нәҡ шундай күңелһеҙ осраҡҡа тарыған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә Марина Ф. (исеме үҙгәртелде) мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бер табын артында ултырғанда әхирәте Алина С. (исеме үҙгәртелде) уның банк картаһынан 20 мең һум аҡсаһын урлаған.
Беренсел мәғлүмәттәр бу­йын­са, енә­йәтсенең финанс ихтыяжы тыуа – бер туғаны уларҙан бурысҡа 20 мең һум һорай, ләкин уның аҡсаһы булмай. Шунан һуң Алина С. һуңғы сараға барырға ҡарар итә: Марина Ф-тың эскән булыуынан файҙаланып, уның телефонына һәм банк ҡушымтаһына инеү мөмкинлеге ала, аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә, ә һуңынан уны апаһының картаһына ебәрә. Аҡсаһының юғалыуын хеҙмәттәше һиҙмәйәсәк тип уйлай.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Алина С. телефонынан парольды һәм банк ҡушымтаһына инеү кодын белгән. Енәйәтсе бер нисә тапҡыр хеҙмәттәшенең үтенесе буйынса уның ҡушымтаһына инеп, һатыуҙан ингән аҡсаларҙы картанан тикшергән булған.
Бер нисә көндән Марина Ф. хеҙмәттәшенә шылтырата һәм урланған аҡсаны һәм уны күсергән өсөн 1 170 һум күләмендә комиссия менән бергә кире ҡайтарыуҙы талап итә. Ләкин әхирәте аҡсаны кире ҡайтармай. Ул ваҡытта зыян күреүсе полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Хөрмәтле райондаштар, һаҡ булығыҙ! Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн түбәндәгеләрҙе белергә кәрәк:
- бер ниндәй шарттарҙа ла банк картаһы мәғлүмәттәрен, шулай уҡ картаның артҡы яғындағы йәшерен кодты бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ;
- пин-кодты карта менән бергә һаҡламағыҙ һәм банк картаһына пин-кодты яҙмағыҙ;
- пин-кодты өсөнсө заттарға хәбәр итмәгеҙ;
- һеҙҙе ялған юлға этәрергә тырышҡан “телефон” мутлашыусыларынан һаҡланығыҙ;
- үҙен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырыусы шикле кешеләр менән телефондан һөйләшмәгеҙ, әңгәмәне туҡтатығыҙ;
- банктан килгән смс-хәбәрҙәрҙе иғтибар менән уҡығыҙ;
- бер ҡасан да, бер кемгә лә паролдәр һәм банктан смс-хәбәрҙә килгән йәшерен кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ;
- иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бары тик мутлашыу­сылар ғына банктан смс-хәбәрҙә һеҙгә килгән йәшерен паролдәрҙе һорай;
- банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙҙән банкоматҡа килеүегеҙҙе һорамай;
- интернет-кибеттәрҙә тауарҙы асыҡтан-асыҡ осһоҙ хаҡҡа һатып алмағыҙ, сөнки был мутлашыусылар булырға мөмкин;
- социаль селтәрҙәге танышығыҙ һеҙҙән аҡса күсереүҙе һораһа, бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ. Енәйәтселәр уның аккаунтын ватып, уның исеменән аҡса һорауы ихтимал. Башта был кешегә шылтыратып, уның һеҙҙән ысындан да аҡса һораймы икәнен белешегеҙ;
- Интернет селтәрендә билдәһеҙ сайттарға һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ;
- уйлап эш итегеҙ, ашыҡмағыҙ, бушлай сыр ҡапҡанда ғына булыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас