Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Август 2025, 09:59

Яңы элеватор иген ҡабул итә башланы

«Уңыш» агрохолдингы төбәктең иң эре элеваторҙарының береһен файҙаланыуға тапшырҙы.

Яңы элеватор иген ҡабул итә башланыЯңы элеватор иген ҡабул итә башланы
Яңы элеватор иген ҡабул итә башланы

Агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөү, шулай уҡ техник һәм технологик модернизациялау «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр төбәк ауыл хужалығы министрлығында.
«Уңыш» агрохолдингы төбәктең иң эре элеваторҙарының береһен файҙаланыуға тапшырҙы. Яңы элеватор – республикала иң ҙуры. Урып-йыйыу кампанияһы ҡыҙған мәлдә ҡеүәте 122 мең тонна булған яңы элеватор комплексын сафҡа индереү башланды. Төҙөлөш эштәре дауам итеүенә ҡарамаҫтан, объект иген ҡабул итә башлаған да инде.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре ҡатнаш­лығындағы эшлекле комиссияһы Олокүл ауылы янындағы заманса элеваторҙың яңы уңышты ҡабул итергә әҙерлеген тикшерҙеләр. Эксперттар төркөмө предприятиеның биләмәһен, биналарын, йыһаздарын, ҡорамалдарын һәм механизмдарын ҡараны.
- Заманса, юғары технологиялы бындай объекттар аграрийҙарҙың һауа шарттарына бәйлелеген һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге элеваторҙар уңышты тулыһынса киптереүҙе көтмәйенсә, комбайндарҙың баҫыуға инеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгәндән һуң шунда уҡ йыйып алырға мөмкинлек бирә,- тине Илшат Илдус улы.
Осрашыуҙың төп темаһы объектты газлаштырыу тураһында фекер алышыу булды. Шулай уҡ тармаҡты үҫтереү перспективалары һәм ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреү хаҡында һүҙ барҙы. Делегация шулай уҡ Шәрипҡол янындағы «Уңыш» йәмғиәте баҫыуҙарында булды. Уңыш бик яҡшы - гектарынан 60 центнер.
Бөгөнгө көндә республикала аграрийҙар ужым бойҙайын һәм арышын әүҙем йыя. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыуға тотонғандар.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас