

Миҙгелле баҫыу эштәренә студенттарҙы йәлеп итеү кадрҙарға ҡытлыҡты кәметә һәм бөтә эште тейешле ваҡыт эсендә тамамлау мөмкинлеге бирә. Ә студенттар өсөн был алған белемдәрен ғәмәлдә нығытырға һәм аҡса эшләргә ярҙам итә.
“Уңыш” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы филиалында ла йәйге каникулды файҙаланып ҡалыусы студенттар бар. Шуларҙың береһе - Сергей Матросов.
Сергей Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. Ғаиләлә ике малай үҫәләр. Егет - ата-әсәһенең уң ҡулы, оло ярҙамсыһы. Атаһы Юрий Вячеславович ғаиләләренең тотҡаһы булһа, ҡатыны Олеся Николаевна йорттарына йәм биреүсе, усаҡтарына йән өрөүсе гүзәл зат. Сергей бәләкәйҙән атаһы эргәһендә ярҙамлашып үҫкәс, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Атаһы вахтала саҡта бөтә йорт, баҡса мәшәҡәттәре уның иңендә.
Сергей урындағы С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалына документтарын алып килә. Ул унда һатып алыуҙар буйынса агент һәм ауыл хужалығы усадьбаһы идарасыһы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Тырыш, әүҙем егет колледж һәм ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында ихлас ҡатнаша. Уҡыуҙа ла һынатмай, Сергей бөтә фәндәрҙе “тик яҡшы”ға белә. Ул уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ижадҡа ғашиҡ егет рок, металл һәм хатта рэп тыңлай. Үҙ аллы синтезаторҙа уйнарға өйрәнә. Бынан тыш, һүрәт төшөрөүгә лә әүәҫ. Был шөғөлдәрен ул бик ярата.
- Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү оҡшай. Мәктәптә, колледжда уҡыған ваҡыттарҙа һүрәт төшөрөү буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яуланым,- ти ул.
Сергей уҡыған осорҙа йәйге каникулдарҙа “Уңыш” йәмғиәтендә эшләп ала. Бына быйыл да уҡыуҙар тамамланыу менән бында эшкә килгән. Әле ул иретмә узелында эшләй. “Эш еңел түгел, әммә мауыҡтырғыс”,- ти егет.
Химия һалынған тоҡтарҙы 10 мең литрлы төп мискәгә һалып, барыһы ла һыу менән бутала. Бындай бөтәһе алты мискә бар. Йөк тейәүсе машина килеп, тоҡтарҙы мискә өҫтөнә алып биреп тора. Һуңынан был ашламалар цистерналы “КамАЗ” машинаһы менән ҡоротҡостарға һәм сүп үләндәренә ҡаршы баҫыуҙағы культураларҙы һиптереү өсөн оҙатыла. Көнөнә ике-өс, ҡайһы берҙә унан да күберәк “КамАЗ” машинаһы килә. Үҫемлектәрҙе химик утау яҙҙан башлап, йәй буйына үткәрелә. Бынан тыш, Сергей яҙғы-көҙгө сәсеү эштәре ваҡытында ла ярҙамлаша.
- Белемемде артабан камиллаштырырға уйлайым. Башҡорт дәүләт аграр университетына документтарымды тапшырҙым. Университеттың өс факультетын - агрохимия, урман хужалығы йәиһә ландшафт архитектураһы һөнәрҙәрен ҡарайым. Әлегә һайлау алдында торам. Бәлки, киләсәктә ошо хужалыҡта үҙ урынымды табырмын,- ти Сергей.
Хәҙерге заманда эштең ауырлығына, хеҙмәт хаҡының түбән булыуына һылтанып, йәштәр ауыл хужалығында эшләргә бик атлығып бармай. Сер түгел, ауыл хужалығы тармағында үҙ һөнәрен ихлас яратҡан кешеләр генә эшләй ала. Киләсәктә тормошон тыуған ере менән бәйләргә ҡарар иткән Сергейҙың маҡсаттары тормошҡа ашыуын һәм уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.