Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Август 2025, 10:10

Иҫерек килеш машина йөрөткән

Водитель иҫерек килеш машина урлауҙа һәм идара итеүҙә ғәйепле тип табылды.

Ҡырмыҫҡалы район-ара суды ир кешегә ҡарата автомобиль урлаған һәм иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.
Водитель иҫерек килеш машина урлауҙа һәм идара итеүҙә ғәйепле тип табылды. Быға тиклем ир шундай ҡылыҡ өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Асыҡланыуынса, ағымдағы йылдың июнендә ир танышында ҡунаҡта спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң, уның “Заз Сенс” маркалы автомобилендә йөрөп килергә ҡарар итә. Юл буйлап хәрәкәт иткәндә ул икенсе машинаға юл бирмәй һәм идара итеүҙе юғалтып, автомобилдең кюветҡа йығылыуына юл ҡуя.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, водитель ныҡ иҫерек хәлдә булған. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныған һәм транспорт сараһы хужаһына килтерелгән зыянды ҡап­латҡан.
Суд уға 200 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләне һәм ике йылға транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхүм итеү төрөндә яза билдәләне.
Ильяс ХАЖИЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас