Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Август 2025, 09:37

Ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үттеләр

Башҡортостанда һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә «Геройҙар уҙышы» үткәреү изге йолаға әүерелә бара.

Ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үттеләрҠаршылыҡтарҙы лайыҡлы үттеләр
Ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үттеләр

Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан Шишмә районының «Патриот» паркында ҡаршылыҡтар менән йүгереү буйынса иң ҡатмарлы һәм күләмле сараларҙың береһе - геройҙар ярышы үтте. Башҡортостанда һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә «Геройҙар уҙышы» үткәреү изге йолаға әүерелә бара.
Сарала республиканың ҡала-райондарынан барлығы 56 команда ярышты. Улар төрлө ҡаршылыҡты бергәләп йырып сыҡты.
Байрамдың төп өлөшө булған «Геройҙар уҙышы»нда районыбыҙ командаһы ла ҡатнашты һәм беҙҙең район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. Юғары конкуренция һәм ҡатмарлы ҡаршылыҡтар шарттарында командалар физик һәм психологик сифаттарын, шулай уҡ командала үҙ-ара эш итеүенең юғары кимәлен күрһәтте.
Рәмис Хәйретдинов, Тимур Фәйзуллин, Евгений Асулов, Салауат Батталов, Илшат Сәйетов һәм Богдан Кальяновтарҙан торған команда таһыллыҡ һәм берҙәмлек менән бөтә ҡаршылыҡты йырып сығып, берҙәмлектәрен, рух ныҡлығын йәнә дәлилләнеләр.
Ярыш тамамланғандан һуң ҡунаҡтарҙы десантсыларҙың күрһәтмә сығыштары көттө. Һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған һәйкәл асыу байрамдың мөһим ваҡиғаһына әйләнде. Сара бай йөкмәткеле байрам концерты менән тамамланды.
Патриот паркында геройҙар ярышы сағыу һәм әһәмиәтле ваҡиға булды. Бындай саралар патриотик ҡиммәттәрҙе формалаштырыуҙа һәм милли берҙәмлекте нығытыуҙа мөһим роль уйнай.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас