Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Июль 2025, 10:34

Лариса Абдуллина: “Бәхетлеһең, тиҙәр, миңә”

– Эй ошо Лариса, әсәһе иҫән-һау булғас, рәхәтләнеп ижад итеп, сәфәр ҡылып, донъя гиҙеп йөрөп тик ята, – тине бер танышым. Эйе шул, кеше баҫым яһап әйткәс, үҙем дә ошо хаҡта тәрән уйға ҡалдым...

Лариса Абдуллина: “Бәхетлеһең, тиҙәр, миңә”Лариса Абдуллина: “Бәхетлеһең, тиҙәр, миңә”
Лариса Абдуллина: “Бәхетлеһең, тиҙәр, миңә”

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина алтын юбилейын билдәләй. Лариса Хашим ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге, ижади ҡомар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Аллаһы Тәғәлә мине ишетте.

– Эй ошо Лариса, әсәһе иҫән-һау булғас, рәхәтләнеп ижад итеп, сәфәр ҡылып, донъя гиҙеп йөрөп тик ята, – тине бер танышым. Эйе шул, кеше баҫым яһап әйткәс, үҙем дә ошо хаҡта тәрән уйға ҡалдым...

Ата-әсәһе иҫән-саҡта кеше ғүмер буйы бала булып ҡала, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Ҡатмарлы тормош юлын үтһә лә, әсәйем – минең көнкүрешемде матур итеү өсөн бар йөрәк көсөн, ғүмерен биреп йәшәгән кеше. Бик күркәм комсомол туйы үткәреп өйләнешһәләр ҙә, улар атайым менән оҙаҡ йәшәмәгән. Әммә хәҙер йылдар үтеү менән шуны тәрән аңлайым: улар бер-береһенә пар килгән. Икеһе лә – үҙ һөнәренең оҫталары. Атайым ауылдан ситкә сығып китһә лә, үҙ эшен асып, Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларының береһе Ярославлдә донъя көтөп йәшәп ята. Ярай, быныһы икенсе тарих. Бөгөн һүҙем ҡәҙерле әсәйем хаҡында.

Ғаиләлә ул дүртенсе бала булып донъяға килгән. Үкенескә ҡаршы, нәнәйемде лә, балаларын да ҡайғыға һалып, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, яралы һалдат, ауылдың ветеринар-табибы ҡарттайым Ҡотләхмәт Самат улы Саматов 1962 йылда яҡты донъя менән хушлаша. Был һис көтөлмәгән хәл була, әммә тыуған ете балаһының иҫән ҡалған бишеһен аяҡҡа баҫтырырға тейешле нәнәйем, белемле булһындар тип, уларҙы төрлө интернаттарға урынлаштырыу өсөн бер нисәһенең документтарын юллай. Әсәйем Шафран интернатында уҡый. Атаһының “Балаҡайҙарым, уҡырға кәрәк!” тигән һүҙен иҫенән сығармай ул, сөнки ҡарттайым һәр кис һайын йыйып, балаларына китап, Өфөнән алып ҡайтҡан гәзит-журналдарҙы уҡый. Бына ошо рәүешле ул балаларының күңеленә белемгә ынтылыш орлоҡтарын сәсеп китә.

Шафранда уҡығанда әсәйем Бөтә Союз “Артек” балалар лагерына барыу бәхетенә өлгәшә, унда композитор Александра Пахмутова менән таныша. Уның музыкаға, йыр-моңға, ғөмүмән, сәнғәткә ҡағылышлы дәрестәре, үҙе фортепьянола уйнап йырлауы әсәйемдең нескә күңеленә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, тип уйлайым, сөнки ул ғүмере буйы сәнғәткә, бигерәк тә һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ, ижад итеп йәшәгән кеше.

Тыуған йорттан ситтә белем алыу үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай: әсәйем ауылға ҡайтҡанда бер ауыҙ һүҙ ҙә башҡортса белмәй булып сыға. Рус һүҙҙәренә башҡортса ялғауҙар ҡушып, ул яңынан туған телен өйрәнә. Кескәй саҡтан бөтә фәндәрҙән дә рус телендә белем алыу, рус мөхитендә тәрбиәләнеү үҙенекен итһә лә, әсәйемә туған башҡорт телен өйрәнеү һис ҡыйын булмай. Башҡорт ауылы, башҡорт мөхите, әҙәби башҡорт китаптары... Шуға ла ул әҙәби башҡорт телендә бик матур һөйләшә, ә шиғырҙарҙы нисек матур уҡый! Юҡҡа ғына мин дә Дәүләкән районына хас булғанса “инәй” тип түгел, “әсәй” тип үҫтем бит. Ауылда миңә тиклем улай аралашҡан бала юҡ та ине.

Кеше бала сағында ни күреп үҫһә, ғүмере буйы шул мөхиткә тартыла, тиҙәр. Ҡарттайым мираҫ иткән “китаптар сире” әсәйемдән миңә лә күскән. Хәйер, совет осоронда китап уҡымаған кеше булдымы икән?! Ә күпме гәзит-журнал килә торғайны. “Веселые картинки”, “Мурзилка”, “Костер”, “Юный техник” кеүек балалар өсөн сыҡҡан баҫмаларҙы беҙ айлап, йыллап йыйып бара торғайныҡ. Нәнәйем дә минең менән бергә шуларҙағы мәсьәләләрҙе сисешеп ултыра торғайны әле.

Атаһынан күскән сәнғәткә булған ынтылыш әсәйемде Өфөгә филология факультетына алып килгән дә инде, әммә ул замандарҙа уҡырға инеү тураһында саҡырыу килә торған булған. Яуап булмағас, әсәйем документтарын Өфө финанс техникумына илтеп тапшырған һәм гел “5”-кә уҡыған ҡыҙ филолог булам тигән ерҙән, финансист һөнәрен һайлаған. Ә килергә тейешле саҡырыуҙы почтальон октябрь айында тапшырып китә. Ул ҡағыҙҙар араһында, ҙур почтальон сумкаһының төбөндә буталып ятып ҡалған. Бер ҡараһаң, әсәйем бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса белем алған, әммә ул һис ҡасан да үҙенең күңел ынтылышы – шиғриәткә һәм китаптарға хыянат итмәне. Миңә ҡалһа, ул, ғүмере буйы ошо матурлыҡ донъяһын эргәһендә тыуҙырып, гүзәллеккә ынтылып йәшәй.

Үҙенең тыуған төйәге – Дәүләкән районының Мәкәш ауылында башта ауыл советы секретары, аҙаҡ эштәр буйынса идарасы булып эшләне. Дөрөҫөн әйткәндә, мин әсәйем һымаҡ үҙ эшен яратып башҡарған кешеләрҙе бик һирәк беләм. Ҡағыҙҙарға күмелеп ултырған кеше һәр саҡ ауылдаштарына яҡын булды: белеме көслө, эш тәжрибәһе яҡшы булғас, уға пенсия юллау, паспорт алыу, төрлө белешмәләр һорап, тәүлектең ҡайһы ваҡытында ғына мөрәжәғәт итмәнеләр?! Ул һәр саҡ ярҙам итте, хатта инвалидлыҡ юллау, ғаиләләрҙе һаҡлау буйынса ла эштәрҙе атҡарып сыҡты. Ауылдаштары ғына түгел, райондаштары алдында ла йөҙө яҡты. Ул төбәктең башҡа ауыл советы секретарҙарына ла һәр саҡ өлгө булды. Ә нисек итеп ул никах теркәй торғайны! Бала сағымдан шуны яҡшы хәтерләйем: уға никахын теркәтеү өсөн күптәр сират торҙо. Әсәйем парҙарҙы законлы рәүештә теркәү сараһын оло байрамға әйләндерә белде: шиғыр, йыр-моң, төрлө бүләктәр менән яҡты ғүмер юлына аяҡ баҫты йәштәр.

Ауыл клубы сәхнәһендә лә совет осоронда бик күп саралар үтә ине. Белмәйем, нисек өлгөргәндер, әммә әсәйем үҙе сценарий яҙа, үҙе алып барыусы, үҙе шиғырҙарҙы ла яттан һөйләй.

Бер мәл хатта шундай хәл булғайны. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу үтте. Унда мәктәп уҡыусылары ла, ауыл халҡы араһынан уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр ҙә булды. Ҡәҙерле кешем “Әсәйем сирләгәндә” тигән шиғырҙы ятланы. Халыҡ шағиры урынынан тороп, сәхнәгә күтәрелде һәм, әсәйемдең ҡулынан үбеп: “Был шиғырҙы берәү ҙә былай уҡығаны юҡ, һеҙгә диктор булырға кәрәк. Иҫ киткес һөйләйһегеҙ бит әҙәби әҫәрҙәрҙе!” – тине. Әммә әсәйем эшкә саҡырһалар ҙа, ауылыбыҙҙан китмәне. Ошонда ғүмер итте. Бына инде ошо йәмле йәй айында уға етмеш йәш тула.

Ә бит бала саҡта әсәйемдең ҡаты ауырыған саҡтары ла булды. Хәйер, ул ғүмере буйы һаулыҡҡа туйманы. Бер Аллаһы Тәғәлә генә белә, әсәйемде юғалтыуҙан ҡурҡып, нисек итеп теләк теләгәнемде. Атайһыҙ үҫкәс, әсәйһеҙ ҡалыу минең өсөн Йыһан ишелеп төшөүгә тиң ине. Бала саҡта шуны аныҡ хәтерләйем: әсәйем бер мәл ауырып киткәс, уның менән хатта хушлашырға килә башланылар. Шул саҡ әбейҙәрҙең: “Алла бабайҙан һорарға кәрәк!” – тигәнен ишетеп ҡалдым. Уныһы кем була икән инде, тинем. Ни өсөндөр мин бәләкәй саҡта Уны “Алла бабай” ти торғайнылар. Әбейҙәрҙең һөйләшкәнендә әйтелгәнсә, ай тулғанын көттөм дә теҙләнеп һораным: “Алла бабай, минең бит атайым юҡ. Зинһар өсөн, әсәйемдән дә мәхрүм итә күрмә. Түп-түңәрәк Ер шарында яңғыҙымды ҡалдырма!” – тинем. Аллаға шөкөр, әсәйем бөгөн иҫән. Балалар менән осрашыуҙарҙа ла ошо хаҡта һөйләйем, сөнки беләм: Аллаһы Тәғәлә теләгемде ишетте. Шөкөр, мин әле лә әсәйем ҡурсауында, доғаһында.

Яңғыҙ бала булараҡ, уға ауырлыҡ төшөргән саҡтарым да булды. Балалары күп кешенең барыбер ғәме башҡараҡтыр ул, ә бына күҙ төбәп торған балаһы берәү булғас, уға минең һәр аһым, һәр өнөм ҡағылды. Аллаһы Тәғәлә барыһын да кисергән кеүек, әсәйҙәр ҙә балаларын ғәфү итә, шатлыҡтарынан мәғәнә табып, уларҙың бәхетен терәк итеп йәшәй. Аллаға шөкөр, ҡәҙерле кешем мине үҫтереп, ижади ҡыуаныстарымды ғына уртаҡлашып ҡалманы, ә ейәндәрен шәхсән үҙе тәрбиәләшеү бәхетенә лә өлгәште. Балаларым тыуған ауылым мөхитендә лә тәрбиәләнде, тип әйтә алам.

Бер мәҡәләмдә телгә алғайным да шикелле: “Лариса Абдуллина” – ул псевдоним, тип, сөнки ошо кеше яҙһын, ижад итһен өсөн әсәйем күпме күңел, рухи көсөн һала. Мәҡәләмдең башында әйткәнсә, мин юлдарҙа, осрашыуҙарҙа иркенләп йөрөһөн өсөн, әсәйем өйөмдө, балаларымды ҡарап ҡала. Аллаға шөкөр, әле лә мин әсәйле! Донъям теүәл. Аллаһы Тәғәлә мине ишетте, ишетә: ҙур рәхмәтемде әсәйемә ғәмәлдәрем аша тағы ла оҙаҡ йылдар еткерергә яҙһын!

Лариса АБДУЛЛИНА

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас