

Өфөнән Фәрхәтша Ғүмәров "Рәхәттә" фестивале ҡунаҡтары иғтибарына кейеҙҙән яһалған ғәҙәти булмаған башҡорт мунсаһын тәҡдим итте
– 2013 йылда тәүге башҡорт мунса мәктәбен астым, – тип һөйләй Фәрхәтша. – Башҡорт мунса-тирмәләрендә, әйтәйек, рус йәки рим мунсаларындағы кеүек үк принциптар ғәмәлдә: ут, һыу һәм пар. Айырма шунда: башҡорт мунсалары кейеҙҙән эшләнгән. Ул иһә һаулығыбыҙға һәм үләндәребеҙгә айырым йоғонто яһай. Ритуалға шулай уҡ айыу йәки бурһыҡ майы менән һөртөү инә. Мунса практикаһы буйынса, бындай мунсаларҙы боронғо дауалаусылар эшләгән. Башҡорт яугирҙәре походтарҙан яраланып, ауырып, арып ҡайтҡанда ошондай дауалаусыларға килгән. Ағас соҡорҙарҙа, хуш еҫле бесән менән ҡапланған ҡалын урындарҙа, улар йәшәү көсөн тергеҙгән. Эҫе пар килешкән һәм кеше мунсанан һауығып сыҡҡан. Төньяҡ америка индеецтарында ла шундай уҡ мунса йолалары бар, – тип аңлата Фәрхәтша.
"Рәхәттә" фестивалендә Фәрхәтша Ғүмәров беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Быйыл ул шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.
– Башҡортса сабынырға өйрәтәсәкмен. Был милли традицияларға нигеҙләнгән үҙенсәлекле алым, ул "тулҡынлы быуланыу" тип атала. Рәсәйҙә, бөтә донъяла ла бындай быуланыу юҡ. Башҡорт мунсаһы, тәү сиратта, һаулыҡ һәм дауалауҙы күҙ уңында тота.
Рәйлә Ғәлиева фотолары.
Сығанаҡ: "Ватандаш" журналы.
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите