Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Июль 2025, 04:37

“Шоферыбыҙҙан уңдыҡ”, ти юл йөрөүселәр

Һүҙ “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында автобус водителе булып эшләгән Атйетәр ауылынан Әсхәт Маҡаев тураһында бара.

“Шоферыбыҙҙан уңдыҡ”, ти юл йөрөүселәр“Шоферыбыҙҙан уңдыҡ”, ти юл йөрөүселәр
“Шоферыбыҙҙан уңдыҡ”, ти юл йөрөүселәр

Һүҙ “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында автобус водителе булып эшләгән Әсхәт Маҡаев тураһында бара.
Әсхәт ағай Атйетәр ауылында Суфия менән Фидаил Маҡаевтар ғаиләһендә тыуа. Был ғаиләлә өс малай үҫә. Әсхәт ағай һигеҙенсе класты тамамлағас, күп уйлап тормай, документтарын йыя ла Өфө ҡалаһындағы автотранспорт техникумына уҡырға бара. Уҡыуын тамамлағас та армияға саҡырыу ала. Ике йыл Алыҫ Көнсығышта үткән әрме хеҙмәтендә лә водитель була. Уға “КрАЗ” машинаһы беркетәләр. Һалдатты машинаһы менән БАМ төҙөргә ебәрәләр. Ватан алдындағы изге бурысты үтәгәндән һуң, 1985 йылдан хеҙмәт юлын “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында башлап ебәрә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо һөнәренә тоғро ҡала.
- Мин бәләкәйҙән водитель булырға хыялландым. Атайым менән һәр ваҡыт машинала булдыҡ, бергә ремонтлай торғайныҡ, ҡыҫҡаса әйткәндә, “машина ене” миңә лә ҡағылды. Армиянан ҡайт­ҡас та “баранка” өйрөлтөргә ултырҙым. Юлда йөрөү үҙемә бик оҡшай. Бөгөн дә водитель һөнәрен башҡа бер һөнәргә лә алыштырмаҫ инем. Хатта бер ваҡыт күп функциялы үҙәктә хеҙмәт ветераны документын юлларға барғанда, унда эшләгән ҡыҙҙар өйөлөштөләр ҙә, миңә ҡарап нимәгәлер аптырайҙар, мин үҙемсә берәй документта дөрөҫ яҙылмағанмы икән, тип борсола башланым. Шунан ҡыҙҙар мине саҡыртып алдылар. 1985 йылдан алып бөгөнгә тиклем бер урында нисек эшләй алдығыҙ, тип аптырап һорайҙар. “Машина сәғәт кеүек эшләп торһа, үҙеңә лә рәхәт, эш тә яйлы бара. Үҙ эшемде бик яратам. Үҙем теләп һайлаған һөнәр бит ул. Яратмаһам, ғүмер буйы шофер булып эшләп булыр инеме икән”, тинем, - ти Әсхәт ағай.
Төрлө маркалы автобустарҙа йөрөргә тура килә уға. Тәүҙә “Икарус” автобусында 36-сы маршрут буйынса йөрөй. Артабан 110-сы маршрут буйынса Орджоникидзе һарайы – Аэропорт маршруты буйлап “Мерседес” маркалы автобусҡа ултыра. Бөгөнгө көндә бөтә яҡтан комфортлы “Форд” автобусында елдерә. 90-сы йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Атйетәр – Ҡырмыҫҡалы – Өфө - Ефремкин – Алайғыр маршруты буйынса көнөнә ике рейс эшләй. Ниндәй генә насар һауа шарттары булмаһын, ул һәр ваҡыт юлда. Уның техникаһы һәр ваҡыт төҙөк, сафта. Пассажирҙарына һәр саҡ иғтибарлы һәм ихтирамлы.
- Автобустар беҙҙең өсөн дә, пассажирҙар өсөн дә уңайлы, йомшаҡ креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, юғары полкала багаж урындары, кондиционер менән йыһазландырылған һәм һәр креслоға индивидуаль яҡтыртҡыстар урынлаштырылған. Бер ваҡытта ла рейсҡа сыҡмай ҡалғаным булманы. Автобустар һәр ваҡыт пассажирҙар менән тулы була. Юлда тығындар, боҙлауыҡ булырға мөмкин. Шулай ҙа кешеләрҙе үҙ ваҡытында иҫән-имен алып барып еткерергә тырышам, - ти тәжрибәле водитель.
Әсхәт Фидаил улы Боҙаяҙ ауылынан Резида Наил ҡыҙы менән 1991 йылда татыу ғаилә ҡороп, гөрләтеп, тырышып донъя көтәләр. Резида Наил ҡыҙы поч­тальонка булып эшләй. Почта бүлеге ябылыу сәбәпле, әлегә өй хужабикәһе. Маҡаевтар ике балаға ғүмер, матур тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Балаларын да үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Алһыу кейәүҙәре Илгиз менән Өфө ҡалаһында төпләнгәндәр. Алһыу Өфө ҡалаһы хакимиәтендә әйҙәүсе белгес, тормош иптәше Илгиз төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Бәхетле өләсәй менән олатайға Айлина исемле ейәнсәр ҙә бүләк иткәндәр. Маҡаевтарҙың улдары Айҙар әлегә өйләнмәгән, атаһы юлынан китеп, водитель һөнәрен үҙ итә. Шул уҡ предприятиела водитель булып эшләй. Ул Ҡырмыҫҡалы – Өфө маршруты буйлап “Вектор” автобусында кеше ташый. Айҙар был маршрут буйынса көнөнә дүрт рейс яһай.
Маҡаевтар ғаиләһендә техникаға һөйөү быуындан-быуынға күсә килә. Улар тиҫтә йылдар дауамында бер һөнәргә тоғро хеҙмәт итәләр. Маҡаевтарҙың водителдәр династияһына башланғыс биреүсе - Фидаил Рәхимйән улы. Фидаил ағай оҙаҡ йылдар “Правда” колхозында алдынғы шофер була. Колхоз тарҡалғас, ул тап Әсхәт ағай йөрөгән маршрутта эшләгән. Фидаил ағайҙың өлкән улы Флүр ҙә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының 129-сы Өфө – Боҙаяҙ маршруты водителе. Флүрҙең улы Илнур шулай уҡ атаһы, туғандары менән бер ойошмала эшләй. “НЕФАЗ” автобусында ҡала буйлап 13-сө маршрутта йөрөй.
Эйе, үҙ эшен яратып ихлас башҡарған кеше үҙе лә ҡәнәғәтлек ала, башҡаларға ла тик файҙа килтерә. Маҡаевтар ҙа водитель булыуҙары менән бәхетле. Үҙ эштәренә намыҫ менән ҡараған шоферҙарға имен юлдар юлдаш булһын, һәр саҡ “йәшел ут” янып торһон!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас