Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Июль 2025, 04:20

Гәзиттән бер ҡасан да айырылмаған

Үтәгән ауылынан Флизә Әхмәт ҡыҙы Ғизәтуллина “Даирә” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, бүләкле булды.

Гәзиттән бер ҡасан да айырылмағанГәзиттән бер ҡасан да айырылмаған
Гәзиттән бер ҡасан да айырылмаған

Үтәгән ауылынан Флизә Әхмәт ҡыҙы Ғизәтуллина “Даирә” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, бүләкле булды.
- Гәзиттең тәүге исеме “Хеҙмәт даны” булды. Әле “Даирә”гә үҙгәреп китте. Шулай ҙа район гәзитенән бер ҙә айырылғаныбыҙ юҡ. Элек тә күп­ләп гәзит алдырҙыҡ, әле лә шулай ете төрлө гәзит-журналдар алдырам. Шул иҫәптә “Даирә” лә бар. Барлыҡ яңылыҡтарҙы гәзиттән уҡып беләм. Гәзиттең башынан аҙағына тикем уҡып сығам. Йыл да алдырып уҡыған район баҫмаһынан миңә елле бүләк тә тәтене. Бүләк отоуыма бик шатландым. Яҙылыусыларын ҡыҙыҡһындырып торған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Уларға ижади уңыштар, уҡымлы мәҡәләләр, әүҙем, аңлы, күп һанлы яҙылыусылар теләп ҡалам. Почтальоныбыҙ Эльвира Бикҡоловаға ла рәхмәт. Ел-ямғырға ҡарамай, ул ваҡытында гәзитте килтереп еткерә. Уны көтөп алып уҡыйым, - тип теҙеп китте Флизә әбей күрешеү менән.
Флизә Ғизәтуллина Ибра­һим ауылында Зыяҙа Уйылдан ҡыҙы менән Әхмәт Миңлехәйҙәр улы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә.
- Атайым менән әсәйемдең төпсөк балалары булып тыуҙым. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда фронтҡа алына. Ул һуғышҡа киткәндә мин ун биш көнлөк кенә бала булып ҡалғанмын. Шунан атайыбыҙ ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, ауылға ҡайта. Һауыҡҡас 1942 йылда һуғышҡа алына, шунда тағы яраланып уны Алкинға алып китәләр. Әсәйем уның янына бер нисә мәртәбә барып ҡайта. Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙҙе төндә эшелонға тейәп фронт яланына алып китәләр, барып еткәс хәбәр итермен, әлегә хат яҙмай тороғоҙ, тигән. Атайым шул китеүенән әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында хәбәрһеҙ юғала.
Атайым вафат булғас, беҙгә йәшәү ауыр булды. Дүрт баланы тәрбиәләү әсәйем иңенә төштө. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ул баҫыуҙа эшләне, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һалды. Әммә әсәйем миңә 14 йәш тигәндә ҡапыл ғына ныҡ сирләп, биш йыл түшәктә ятҡандан һуң вафат була.
Мин яңы ғына өйләнгән оло ағайым менән еңгәм ҡулында ҡалдым. Улар миңә атай менән әсәй урынына булдылар. Башланғыс класты Ибраһим ауылы мәктәбендә уҡыным. Бишенсе класҡа Бишауыл-Уңғар ауылына барҙыҡ. Мәктәптә бик тырышып уҡый инем. Бер дәрес­тә математика уҡытыусыһы өйгә эште һорағас, мин әҙерләнмәнем, тигәйнем, ултыр, “единица”, тине. Әсәйемдең вафатынан бойоғоп ултырғанмындыр инде, партаға ултырҙым да ҡысҡырып илап ебәрҙем. Шунан һуң мәктәпкә уҡырға барманым да ҡуйҙым. Иртән ағайым мәктәпкә етәкләп алып бара, ул күҙҙән юғалыу менән ҡасып ҡайта торғайным. Класс етәксеһе лә өйгә килеп өгөтләп ҡараны, ләкин барманым. Шул ваҡытта еңгәм декрет ялында ултырғас, йәйен уның баҫыуҙағы сөгөлдөрөн эшләнем. 17 йәшемдә ауыл фермаһына эшкә сыҡтым. Фермала тәүгә быҙаулаған таналарҙы һауҙырырға өйрәттек. Йәш таналар тик тормай тибенәләр ине. Шулай ҙа үҙебеҙ ҙә йәш булғас, бирешмәнек, - ти Флизә апай.
Йәш ҡыҙ Әлфәт Мәхмүт улына кейәүгә сығып, 1961 йылда Үтәгән ауылына килен булып төшә. Төп йортта ҡәйнә менән бергә йәшәйҙәр. Артабан йәш ғаилә йорт алып айырым сыға.
Флизә апай Үтәгәнгә килгәс, тәүҙә сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Артабан 1976 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала һыйыр һауа. Тормош иптәше Әлфәт ағай ғүмере буйына “Урал” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып тракторсы һөнәрен дә ала. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала мал ҡараусы булып хеҙмәт итә. Ғизәтуллиндар алты балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Иң оло улдары Әлфир ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәгән. Ҡатыны Гөлшат менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Әлфир яҡындарын оло ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа күскән. Икенсе улы Әсләм ҡатыны Розалия менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Икеһе лә Салауат быяла заводында эшләйҙәр. Матур донъя ҡороп, бер малай һәм бер ҡыҙ үҫтереп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Фәйрүзә лә Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Бер малай үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Икенсе ҡыҙы Резида ла Салауат ҡалаһын үҙ иткән. Ғаиләһе менән балалар үҫтереп, һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт итеп, тыныс ҡына тормош көтәләр. Әмир ҙә шул ҡалала йәшәп эшләп йөрөй. Уның да балалары инде башлы-күҙле булған. Флизә апай кесе улы Илнурҙың ғаиләһе менән төп йортта берҙәм булып йәшәйҙәр. Бына ике йыл инде йәш ғаилә Прибельскийға күсеп киткән. Илнур ҡатыны Юлиә менән өс малай үҫтерәләр. Әйткәндәй, Флизә апайҙың улы Илнур 2024 йылдың июленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби операция биләмәһендә яраланып ҡайтып, бөгөнгө көндә Силәбе өлкәһендә госпиталдә реабилитация үтә.
- Мин улымдың махсус хәрби операцияға киткәнен белмәй ҙә ҡалдым. Мине борсомаҫ өсөн әйтмәгәндәр. Улым мобилизацияланған көндән алып уның һаулығына белгән доғаларымды уҡып ултырам, - ти Флизә апай.
Флизә Әхмәт ҡыҙы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә. Иртәле-кисле һыйырын һауып, айыртылған ҡаймағын бешеп, май әүәләп ала, эремсеген дә ҡайната, ҡоротон да яһай. Балалары даими ҡайтып, ейәндәренә һөтөн-майын алып китеп тора. Ҡаймаҡ-майын һорағандарға һатып та ебәрә.
- Ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙым бит инде. Тубыҡтан һыу­ға батып, резина итектә аяҡтар туңып ҡайта ине. Элек һыйырҙарҙы һауыр алдынан йыуа инек, шул ваҡытта төркөмдәге утыҙ һыйырҙы йыу­ғансы һыуланып бөтәбеҙ. Әле йорттағы бер һыйырҙы һауыуы ҡыйын түгел. Ҡулдарымдың көсө бар. Ултырып һауғас, тороп китеүе генә ҡыйыныраҡ, - тип көлә ул.
Малға бесәнен ауылдаштары сабып бирә. Флизә апай күршеһе Сәғит Сөләймәновҡа ҙур рәхмәтле. Бер һүҙһеҙ бесәнде алып ҡайтып өйөп ҡуя, бынан тыш, ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итһәм дә тыңлай, ти. Хужабикә баҡсаһынан да мул уңыш алып ҡыуана. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар ҡайнатып ала.
- Әле яныма Фәйрүзә ҡыҙым отпускыға ҡайтты. Уға ҡарағаттарҙы, ҡурай еләген, сейәне йыйып бирәм дә ул ҡайнатмаһалар, һуттар яһай,- ти апай.
Тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында һынмай, булғанына шөкөр итеп, тормошто ысын күңелдән яратҡан Флизә апайға ныҡлы сәләмәтлек, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡалыуын теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас