Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Июль 2025, 15:30

Өс йәшлек сабый тәрбиәсеһен күреү менән илай башлаған

Баланың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә...

Өс йәшлек сабый тәрбиәсеһен күреү менән илай башлағанӨс йәшлек сабый тәрбиәсеһен күреү менән илай башлаған
Өс йәшлек сабый тәрбиәсеһен күреү менән илай башлаған

Өфө ҡалаһы Октябрь районының Нуғай ауылындағы шәхси балалар баҡсаһында өс йәшлек сабыйҙы һуҡҡандар, тип хәбәр ителә республиканың мәғлүмәт сығанаҡтарында.

Баланың әсәһе әйтеүенсә, тыңламағаны өсөн Леондың ҡулына һуҡҡандар. Сабый был турала өйгә ҡайтҡас әйткән, әммә өлкәндәр ышанмаған. Әммә баланы мәктәпкәсә учреждениеға килтергәс, ул тәрбиәселәрҙең береһен күреү менән илай башлаған. Әсәй кеше күҙәтеү камераларын күрһәтеүҙәрен һораған. Ләкин был мөрәжәғәтен кире ҡаҡҡандар. Унан баланы учреждениенан алыуын һорағандар. Шул уҡ ваҡытта “был әсәй түләй алмай, низағтар күтәрә” тигән мәғлүмәт таратҡандар.

Ҡатын балаға ысынлап та һуҡҡандарын раҫлаған аудиояҙмаларҙы, мәктәпкәсә учреждениеның етәкселеге, персоналы өсөн булдырылған чаттағы һөйләшеүҙәрҙең скриншотын күрһәткән, әммә уны берәү ҙә тыңламаған. Һөҙөмтәлә әсәй кеше Тәфтиш комитетына, полицияға ғариза яҙған, тип хәбәр ителә сығанаҡтарҙа.  

Фото: Горобзор.ру

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас