Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2025, 04:48

"Кил бында, әбекәй!"

Яңыраҡ Башҡортостандың бер ҡарттар йортонда була был хәл. Хеҙмәткәр ҡатын 78 йәшлек пенсионер әбейҙе юрғанға төрөп скотч менән уратып бәйләй ҙә иҙәнгә төртөп төшөрә...    

"Кил бында, әбекәй!""Кил бында, әбекәй!"
"Кил бында, әбекәй!"

Полиция социаль селтәрҙәрҙе тикшергәндә республика пансионаттарының береһендә хеҙмәткәрҙәрҙең унда йәшәүселәрҙе туҡмауын, шулай уҡ оло әбейҙе юрғанға төрөп бәйләүен күрһәткән видеояҙманы таба. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы учреждение адресы буйынса тәфтиш-оператив төркөм ебәрә.

Telegram каналдарҙың береһендә хеҙмәткәрҙәрҙең ҡарттарҙы туҡмауы, уларҙы аслыҡ менән яфалауы тураһында хәбәр ителә. Бынан тыш, учреждение хеҙмәткәрҙәренең рәсми рәүештә эшкә урынлашмауын һәм эш тәжрибәһе булмауын һөйләйҙәр.

Унда эшләп киткән элекке хеҙмәткәр һөйләгәндәр Вера Ивановна исемле 78 йәшлек пенсионер ҡатынға ҡағыла. Киске обход ваҡытында бер пансионат хеҙмәткәре, мыҫҡыллы йылмайып: «Кил бында, ҡарсыҡ!» - тип ҡысҡыра, ә һуңынан ҡатынды юрғанға төрөп, карауаттан ырғыта. Вера Ивановна илай, әммә бер кем дә ярҙам итмәй. Бер нисә көндән туғандары хеҙмәткәрҙәрҙең "әбекәй үҙ аҡылында түгел" тигән һылтауы буйынса ҡатынды пансионаттан алып китә. Ә тиҙҙән Вера Ивановнаның вафат булыуын ишетәләр.

Бынан тыш,  пансионатта бысраҡ булыуын һәм йүнле-рәтле ашатмауҙарын, ҡарттарҙы төрлөсә йәберләүҙәрен дә һөйләйҙәр. Әле учреждениела тикшереү бара. Ундағы сифатһыҙ хеҙмәтләндереү күренеше буйынса Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин отчет әҙерләргә ҡушҡан.

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 

https://bashgazet.ru/news/y-m-i-t/2025-07-19/kil-bynda-bek-y-4319249

 

Автор:
Читайте нас