Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Июль 2025, 05:22

Варшавка ауылында юл төҙөкләндерелә

Грандиоз проектты былтыр «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашыра башланылар.

Варшавка ауылында юл төҙөкләндереләВаршавка ауылында юл төҙөкләндерелә
Варшавка ауылында юл төҙөкләндерелә

Әлеге ваҡытта тораҡ пунктҡа илт­кән юлға асфальт түшәлгән. Хәҙер «Башальянсстрой» яуаплылығы сик­лән­гән йәмғиәте подряд ойошмаһы Мөлөков урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереү һәм уны 300 метр оҙонлоҡта асфальтлау буйынса эштәр алып бара.
Бында шулай уҡ урам яҡтырт­ҡыстары өсөн таяуҙар ҡуйыла. Улар Мөлөков урамын яҡтыртасаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 100 миллион һумдан ашыу.
Марсель ӘКРӘМОВ.

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас