Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2025, 04:53

Яугирҙәребеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ

Бишауыл-Уңғар ауылынан һуғыш яланында “Нурик” исемен йөрөтөүсе яугир ҙә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә.

Яугирҙәребеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙЯугирҙәребеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ
Яугирҙәребеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ

Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Бишауыл-Уңғар ауылынан һуғыш яланында “Нурик” исемен йөрөтөүсе яугир ҙә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә.
Махсус хәрби операцияға оҙатылғансы яҡташыбыҙ Мокроусово ауылындағы бер ойошмала ҙур машинала бетон ташый. Һуңынан бәләкәй машинаға ултыра. Украинала махсус хәрби операция башланып, 2022 йылдың 25 сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, районыбыҙҙан иң тәүгеләрҙән булып райондаш ир-егеттәр менән мобилизацияланып, Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк хаҡына Ватанды һаҡларға хәрби хәрәкәттәр зонаһына юллана. Бөгөн «Нурик» диңгеҙ пехотаһының штурмлау ротаһы бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә. Уның һөйләүенсә, хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм хәүеф хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә.
- Тормош иптәшем тыуып үҫкән ауылын бик ярата. Ауылды төҙөкләндереү өмәләрендә әүҙем ҡатнаша, байрам сараларын ойоштороуҙа булыша. Ул хәстәрлекле, тоғро ир, туғандарына ярҙамсыл, изгелекле, киң күңелле кеше. Күптәр өсөн ул өлгө булып тора. Илебеҙ тыныслығы өсөн икеләнмәйенсә, һалдаттар рәтенә баҫты. Беҙ уның ҡарары менән ризалаштыҡ, - ти ҡатыны.
Әйткәндәй, ауылдаштары тыуған ауылына ярҙам иткәне өсөн рәхмәтле уға.
Йәш ғаилә 2023 йылда никахтарын законлаштыралар. Туйҙан һуң тура алғы һыҙыҡҡа киткәс, ғаиләһе уның менән ике йыл тиерлек күрешмәй. Был ваҡыт эсендә ҡатыны ғаилә башлығы махсус хәрби операция башланғанға тиклем үк һатып алған ер участкаһында яңы йорт төҙөтә һәм тормош иптәшенең ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. “Нурик” быйыл тәүге тапҡыр яңы өйөнә аяҡ баҫҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ул бер нисә тапҡыр яралана. Госпиталдә ятып һауығып сыҡҡас, кире яу яланына ебәрелә. Күптән түгел “Нурик” ҡаты алыштарҙа яраланып, оҙайлы реабилитацияға ҡайт­ҡан.
Хәрби бурыстарын уңышлы үтәгәне, махсус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙы һәм илебеҙҙең дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа күрһәткән шәхси батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн “Нурик” “Батырлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. Бынан тыш, уның эшкә тоғролоғо һәм ҡыйыулығы наградалар менән генә билдәләнмәй, ҡатыны исеменә ул хеҙмәт иткән часть командирынан Рәхмәт хаты килә.
Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, яу яланында йөрөгән ир-егеттәргә яҡындары янына иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтыр­ға яҙһын.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас