

Йәй етеүен һәм каникулдар башланыуын балалар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Беҙҙең районда йәмле Ҡыҙылға күле буйында урынлашҡан “Виктория” спорт-сәләмәтләндереү лагеры иң яҡшы хәтирәләр ҡалдырған үҙенсәлекле урын булып ҡала. Бында республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә.
- Балаларҙың ялы күңелле үтһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡаршы алыуға әҙерлек иртә яҙҙан башлана. Ял итеүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, - ти өлкән вожатый Екатерина Злобина.
Екатерина Сергеевна университетта уҡып йөрөй һәм бында өлкән вожатый булып практика үтә.
- Миңә балалар менән эшләүе бик оҡшай. Улар һине яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, үҙҙәренең шатлыҡтары менән бүлешәләр, - ти ул.
Лагерҙа миҙгеленә өс сменала 450-гә яҡын бала һаулығын нығыта. Әле лагерҙа икенсе смена эшләй, унда бөтәһе 138 бала ял итә. Лагерҙа алты отряд төҙөлгән. Һәр отрядҡа икешәр вожатый тәғәйенләнгән. Бынан тыш, музыка етәксеһе, физик культура буйынса инструктор лагерь тормошон йәнле, ҡыҙыҡлы итеү һәм балаларҙың һәр көнөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороу өсөн тырышалар. Шәфҡәт туташы балалар сәләмәтлеге һағында торһа, ашнаҡсылар балаларҙы файҙалы һәм тәмле аштары менән һыйлай. Эйе, бында файҙалы, имен ял өсөн барыһы ла булдырылған. Лагерҙың пляжы ла бөтә талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылған, балалар йылы һәм яҡты корпустарҙа йәшәй, туҡланыу ҙа юғары кимәлдә ойошторолған. Көнөнә алты тапҡыр ашайҙар.
- Бөтә вожатыйҙар ҙа квалификациялы, барыһы ла вожатыйҙар курсын тамамлаған, күбеһе М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенттары, уларҙың барыһы ла үҙ эшенең профессионалдары, - ти Екатерина Сергеевна.
Балаларҙың көндәре иртәнге сәғәт туғыҙҙан башлана. Иң элек улар саф һауала зарядкаға баҫалар, йүгерәләр.
Лагерҙа үҙенә бер мауыҡтырғыс тормош ҡайнай. Мәҙәни һәм спорт программалары ла төрләндерелеп тора, заман балаларын ҡыҙыҡһындырырлыҡ яңы саралар үтә. Көн һайын ниндәйҙер байрамдар, флешмобтар, йыр кисәләре, аҡыл һәм физик һәләтте үҫтерә торған уйындар, күңелле дискотекалар ойошторола. Балалар өсөн “Точь в точь”, “Угадай мелодию”, “Мода” кеүек саралар һәм башҡа квиздар һәм квест-уйындар үткәрелә. Мәҫәлән, “Мода” күңел асыу сараһына ҡул осонда булған әйберҙәрҙе ҡулланып, кейем әҙерләп алғандар. Бынан тыш, спорт-күңел асыу уйындарында, йәйге спартакиада һәм башҡаларҙа теләп ҡатнашалар.
- Һуңғы ваҡытта квест балалар уйындары араһында бик популяр. Улар балаларҙың логик фекерләү һәләтен үҫтерергә, уларҙы әүҙем уйларға һәм хәрәкәт итергә мәжбүр итә. Тағы ла квестар баланың үҙ-үҙенә ышаныу кимәлен арттыра, сөнки мәсьәләне уңышлы хәл итеү үҙ һәләттәреңә ышаныс бирә, - ти өлкән вожатый.
Көндәр ямғырлы булһа ла, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайҙар. Ошо арауыҡта балалар ваҡыттарын төрлө сараларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар менән үткәрә. Шахмат-шашка турнирҙары үткәрәләр, клубта тренингтар, интеллектуаль уйындар ойошторалар.
Һәр яңы көн алдағыһын ҡабатламай. Кемдер яңы дуҫтар тапһа, ҡайһы берәүҙәр үҙенең яңы ижади һәләтен аса, хеҙмәт менән мауығыу ҙа ҡыҙыҡлы икәненә төшөнә.
Лагерҙың бөгөнгө сараһы – һабантуйға мәж килеп әҙерләнгән балалар менән әңгәмәләшеп тә алдыҡ, улар лагерҙа алған тәьҫораттары менән бүлеште. Барыһы ла ялдан бик ҡәнәғәт.
- Мин быйыл етенсе класты тамамланым. Бынан ике йыл элек бында ял итеп ҡайтҡайным. Миңә бик оҡшаны. Быйыл да йәйге каникулымды бында үткәрергә ҡарар иттем. Көндәребеҙ мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай. Бында бик рәхәт, тиҫтерҙәрем менән дуҫлашып та бөттөк, - ти Өфө ҡалаһынан килгән Настя Егорова.
- Ошо лагерҙа ял иткән иптәш ҡыҙҙарым мине саҡырҙылар. Мин бында беренсе тапҡыр. Бында, ысынлап та, күңелле. Тәрбиәселәр көн һайын лагерҙа ял иткән уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы, күңелле уйындар, мауыҡтырғыс саралар, йөкмәткеле кисәләр ойоштора. Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ, - ти Һыуыҡ Шишмә ауылынан Вера Алешина.
- Минең исемем Айнур Күскилдин. Үтәгән ауылынан ағайым Айтуған менән килдем. Ағайым Үтәгән мәктәбенең 5-се класын, ә мин 4-се класты тамамланым. “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Рус теле һәм әҙәбиәте, математика, тирә-яҡты өйрәнеү дәрестәре бик оҡшай. Спорт менән дә дуҫмын – ҡул көрәше һәм бокс секцияларына йөрөйөм. Мин лагерға бишенсе тапҡыр киләм. Бында миңә бик оҡшай, дуҫтарым да бар. Төрлө сараларҙан тыш, малайҙар менән волейбол, футбол уйнарға яратабыҙ, - ти ул.
Балаларҙың һәр ялы шулай ҡәнәғәтлек килтерһен. Улар күңелле һәм хәүефһеҙ ял итеп, яңы уҡыу йылына яңы көс йыйһындар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.