Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2025, 05:28

Хыялдары бойомға ашты

Шәрипҡол ауылында заманса йыһазландырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.

Хыялдары бойомға аштыХыялдары бойомға ашты
Хыялдары бойомға ашты

Шәрипҡол ауылында заманса йыһазландырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
Ошо көндәрҙә Шәрипҡол ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. Мөһим социаль объект төҙөү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһында ҡатнашыу арҡаһында мөмкин булды. Был проект район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә ваҡытында кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йүнәлтелгән.
Быға тиклем элекке интернаттың (балалар баҡсаһының) авария хәлендәге бинаһында урынлашҡан булған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, бында күптән түгел кәрәкле ҡорамалдар һәм беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн инвентарь килтерелгән дә инде. Унда ҡарау, пациенттар өсөн бүлмәләр, ҡабул итеү, процедура, санитар, стерилизация, сисенеү урыны менән хеҙмәткәрҙәр кабинеттары бар. Ҡарлыман ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамында территорияны төҙөкләндереү һәм инженер коммуникацияларын тоташтырыу буйынса эштәр алып барыла.
Ауыл халҡы, медицина хеҙмәткәрҙәре яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Һөнәри стажы 38 йылдан ашыу булған фельдшер Рәүфилә Ғәйнуллина яңы бинаға күсергә әҙер. Был йылдар эсендә ул ауыл халҡының һаулығын һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул һәр пациентты исемләп, уларҙың ауырыуҙары тарихын белә, һәр береһенә һәр ваҡыт индивидуаль ҡараш таба.
Уның ҡарамағында Шәрипҡол, Ивановка һәм Октябрь ауылдарының 350-нән ашыу кешеһе иҫәптә тора.
- Ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа аша. Мин хәҙер халыҡҡа лайыҡлы шарттарҙа ярҙам күрһәтә алыуыма шатмын. Беҙҙең өсөн дә, сирлеләргә лә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Шулай ҙа мин ауылдаштарыма был йортто урап үтеүҙәрен теләр инем, һау-сәләмәт булһындар, - ти фельдшер Рәүфилә Фән ҡыҙы.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас