

– Ютубта боланут сәйе әҙерләүҙең төрлө ҡатмарлыҡтағы йөҙләгән ысулын өйрәтәлар. Мин мәшәҡәте уртасараҡ булғанын һайланым, нисектер ошо ысул күңелемә ятты. Шулай итеп, үләнде банкаларға тыңҡыслап тултырып бер тәүлеккә тәҙрә төбөнә ҡояшҡа ҡуйҙым (7 банка булды). Унан һорая башлаған үләнде өлөшләп табаҡҡа бушатып, ҡул менән ҡамыр баҫҡан кеүек ныҡ итеп төйгөсләнем. Усҡа йомарлап тотҡанда бармаҡтар араһынан лайлаһы ағып киткәндәй булһын. Унан ҡорот йомарлаған кеүек йомарлап шул уҡ банкаларға бушаҡ итеп кире тултырырға һәм шул килеш тағы бер тәүлек ҡояштан ышыҡ, йылы урында тоторға( минеке — өлкән кәстрүлдә,әммә банкала һәйбәтерәк ферментлана). Иң аҙаҡ ҡуйы йәшел төҫкә ингән боланутты киптерергә йәйеп һалдым. Даими рәүештә ойошҡан урындарын тағатып болғап торор кәрәк. Кипкәс, йыуып ҡоротҡан әлеге банкаларға еңелсә төйгөсләп йыйып алдым (5 банка булды).
Ысынлап та, үҙең эшләгән боланут сәйе тәмле була икән! Сығышы көслө, тик оҙағыраҡ бешерергә кәрәк, ҡараһы ултыра-ултыра сыға. Миңә айырыуса болануттың массаһын һаҡлауы оҡшаны. Ҡарағат япрағын тауҙай итеп йыяһың — ферментлаһаң, кәпәстәй булып ҡала. Бынан һуң башҡа үләндәр менән мәшәҡәтләнмәҫмен тигән ҡарарға килдем. Быйыл әҙләп бәпембә, груша, алма, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын, клевер сәскәһен ферментлап ҡарағайным. Минеңсә, ысын сәйгә иң тартымы шулай ҙа — боланут! – ти ул.
Эштәрегеҙ уң, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!