

Кемдер уны күңел талабы, яратҡан шөғөл, кемдер өсөн тәбиғәттә ял итеү, унан ыңғай хис-тойғолар алыу мөмкинлеге тиер.
Районыбыҙҙа балыҡсылар бик күп. Шуларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы ауылынан Салауат Ғәләүетдинов
- Биш йәштән Ҡарлыман йылғаһы буйына балыҡҡа йөрөй инем. Ҡармаҡты үҙебеҙ ҡамыштан эшләп ала инек. Шулай итеп уҡыуға төшмәҫ элек үк, үҙемдән өлкәнерәктәргә эйәреп йөрөп, балыҡ тотоуға ярайһы ғына оҫтарҙым. Әле лә уңайы тура килһә, ҡармаҡ менән ултырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайым, рәхәтләнеп күңелемә ял алып, балыҡ һурпаһы ашап ял итеп ҡайтабыҙ, - ти Салауат Сәмирхан улы.
Салауат ағайҙы маһир балыҡсы тип беләләр. Ул балыҡ тотоу менән күп йылдар шөғөлләнә. Малай сағында тиҫтерҙәре менән бергә йәй буйына йылға буйында булалар: һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар. Тал ағасынан, ҡамыштан үҙе яһап алған ҡармағы менән ошо мауығыуға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә һәм уға бөгөн дә тоғро ҡала.
- Балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарым да бар. Яйы сыҡҡанда үҙебеҙ өсөн Ағиҙел йылғаһына йәйен һәм ҡышын балыҡҡа йөрөйбөҙ. Дуҫтарым менән күрше Татарстан Республикаһының Кама һәм Ыҡ йылғаларына ла барып, палаткаларҙа ҡунып, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Был йылғаларҙа балыҡ күберәк һәм һәм күп төрлө ҙур балыҡ эләгә. Шулай ҙа ымһындырғыс табыштарҙың ҡулдан ысҡынғаны аҙ булманы. Бер балыҡ эләкмәһә лә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ, - ти ул.
Балыҡсылар миҙгелдең төрлө осоронда ҡармаҡтарын, кәрәк-ярағын төйнәп, һыу буйына юллана. Айырыуса, ҡыш көнө боҙ аҫтынан балыҡ тотоу бигерәк тә ҡыҙыҡлы булалыр ул. Һәр балыҡсының үҙе генә белгән урындары ла бар. “Яратҡан урын ул – ҡайҙа балыҡ ҡаба. Ә шулай ҙа иң күп балыҡ урыны Ыҡ йылғаһының Мелькен ауылы янында”, ти минең һорауыма балыҡсы.
- Ҡармаҡҡа йәйен, суртан, уҡбалыҡ, һыла, шамбы, табан балыҡтары эләгә. Бәләкәй селбәрәләрен кире һыуға ебәрәбеҙ. Әгәр балыҡ ҡаба икән, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, ҡанда адреналин уйнай, алынған табыш ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Оҫта балыҡсылар һымаҡ шуныңса балыҡ тартты, тип маҡтана алмайым. Әммә үҙемә күрә рекордым бар инде. Бер ваҡыт Түбәнге Төкөн ауылы буйындағы Ағиҙел йылғаһында туғыҙ килограмлыҡ йәйен балығы ҡаптырҙым. Был минең өсөн иң ҙур табыш булды, - ти ул ихлас уртаҡлашып.
Әйткәндәй, Салауат ағай район буйынса үткәрелгән балыҡсылар ярышында ҡатнашып, “Иң күп балыҡ тотоусы” номинацияһында еңеү яулап, ҡул сәғәте менән дә бүләкләнә.
Салауат Ғәләүетдинов мәктәптән һуң ташсы булып эшләй. Бөгөнгө көндә “Терабайт” компьютер сервисын етәкләй. Йорт хужаһы ғаиләһе өсөн ныҡлы терәк-ҡалҡан. Салауат Сәмерхан улы Архангел һылыуы Гөлнара Хатип ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм булып бәхетле ғүмер һуҡмағынан атлайҙар. Улар үҙҙәренең тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше менән янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уята. Бөгөнгө көндә балалары инде үҙ аллы тормош менән йәшәйҙәр. Салауат ағай менән Гөлнара апай ейәнсәрҙәре Дарина өсөн өҙөлөп торған, ғәзиздәренә бөтә йөрәк йылыһын бүләк иткән бәхетле олатай менән өләсәй ҙә.
- Ғаиләбеҙ менән йыш ҡына балыҡҡа йөрөйбөҙ. Балыҡты нисек кенә әҙерләһәң дә, тәмле килеп сыға. Ә тәбиғәт ҡосағында яңы ғына тотолған балыҡтан ҡыҙыу ут өҫтөндәге ҡаҙанда бешкән балыҡ һурпаһы бигерәк тә тәмле була, - ти Салауат ағай.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.