Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Июль 2025, 10:42

Ни өсөн берәүҙең ҡоймағы уңа, икенселәрҙеке – юҡ

Рәилә ханымдың рецебы буйынса ҡоймаҡ бешереп ҡарағыҙ әле. Уның ҡоймағы шул тиклем тәмле һәм күҙәнәкле килеп сыға.

Ни өсөн берәүҙең ҡоймағы уңа, икенселәрҙеке – юҡНи өсөн берәүҙең ҡоймағы уңа, икенселәрҙеке – юҡ
Ни өсөн берәүҙең ҡоймағы уңа, икенселәрҙеке – юҡ

Рәилә ханымдың ҡоймағы һәр ваҡыт селтәрле килеп сыға һәм ауыҙҙа иреп кенә тора.

Бишбүләк районының Дүсән ауылынан Рәилә Садрованың рецебы буйынса ҡоймаҡ бешереп ҡарағыҙ әле. Уның ҡоймағы шул тиклем тәмле һәм күҙәнәкле килеп сыға.

Бының өсөн бер литр һөт, өс йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ, бер аш ҡалағы әсетке, ике аш ҡалағы шәкәр, сама менән он һалып туғыйбыҙ. Ҡатнашманы йылы урында ике сәғәт тотабыҙ. Бер нисә тапҡыр болғатып алырға онотмағыҙ. Шунан бешерә башлаһағыҙ ҙа була.

Яҡындарығыҙҙы тәмле ризыҡтар менән һөйөндөрөгөҙ.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас