

Июлдең икенсе яртыһында эҫе һәм ҡояшлы һауа торошон йәнә ямғырҙар алмаштырасаҡ.
«Фобос» үҙәге был аҙнала һауа температураһы көндөҙ +18 градусҡа тиклем төшәсәк, ти.
Айҙың һуңғы декадаһында һауа температураһының тирбәлеүе көтөлә.
Бер нисә көн эсендә термометр бағанаһы +20 градустан +29 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Температура тибрәлеүе 24 һәм 25 июлдә күҙәтеләсәк.
26 июлдә ямғыр яуа, йәшен, һауа температураһы +20 градус.
19, 21, 28 һәм 30 июлдә һауа температураһы төндә +10 градус ҡына буласаҡ.
27июлдән 31 июлгә тиклем ямғыр яуыуы көтөлә.
28 һәм 29 июлдә көндөҙ +16, +17 градус булыуы фаразлана.
3 һәм 4 августа ла шундай уҡ һауа торошо булыуы көтөлә.
30 июлдән 2 авгусҡа тиклем, шулай уҡ 6-8 августа һауа температураҙһы +24 градус.
7-10 августа көндөҙгө һауа температураһы ни бары +15 градус һәм ямғыр яуа.
11-18 августа көндөҙ +18, +22, төндә +12, +16 градус буласаҡ.
Ямғырлы көндәр 15-21 августа һәм 24 августа ай аҙағына тиклем була.
18-25 августа көндөҙ +14, +16 градус.
27 августан термометр бағанаһы көндөҙ +10 градустан түбән төшәсәк.