Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Июль 2025, 07:29

Нефтекама дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

Комплекс йөрәк ритмын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа үҙгәрештәрҙе нығыраҡ асыҡларға мөмкинлек бирә

Нефтекама дауаханаһы яңы ҡорамалдар алдыНефтекама дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды
Нефтекама дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

Нефтекама дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  электрокардиограмманы  һәм артериаль баҫымды  тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүсе ике комплекс алынды.

Был комплекстар йөрәк эшмәкәрлеге торошон тәүлек буйына күҙәтергә ярҙам итә. Улар электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен  теркәй. Бындай тикшереү табипҡа ғәҙәттәге ЭКГ тикшереүенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәт бирә. Комплекс  йөрәк ритмын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа үҙгәрештәрҙе нығыраҡ асыҡлай.

– Яңы ҡорамалдар диагностика өсөн ҙур мөмкинлектәр аса һәм белгестәргә сирҙәрҙе иртә стадияла теүәл асыҡларға ярҙам итә. Беҙ пациенттарҙы заманса технологиялар менән тәьмин итеү һәм медицина ярҙамын яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине дауахананың баш табибы Рафаэль Зиятдинов.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас