Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Июль 2025, 07:31

Әмзәлә йәмәғәт биләмәһе төҙөкләнә

Ауылдарҙа йәшәү шартын яҡшыртыу өсөн  

Әмзәлә йәмәғәт биләмәһе төҙөкләнәӘмзәлә йәмәғәт биләмәһе төҙөкләнә
Әмзәлә йәмәғәт биләмәһе төҙөкләнә

Әмзә ауылында йәмәғәт биләмәһе “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) төҙөкләндерелде, тип хәбәр итә Нефтекама ҡала округы хакимиәте.

Яңыртылған биләмәнең майҙаны 13 мең квадрат метр тәшкил итә. Белгестәр планировка эшен башҡарған, ҡамасаулаған ағастар ҡырҡылып, биләмә таҙартылған. Шулай уҡ урам яҡтыртҡыстары системаһы ҡоролған, бордюр таштары ҡуйылған, саралар уҙғарыу өсөн сәхнә эшләнгән.

Әле йәйәүлеләр өсөн юлды плитә менән матурлау, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығын ҡороу ниәтләнә.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Торлаҡ һәм юлдарҙы төҙөү, йәмәғәт биләмәләрен яңыртыу төп маҡсат булып тора.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас