Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2025, 04:37

Красноусол шифаханаһында мәғлүмәт көнө үтте

Башҡортостандың иң ҙур һауыҡтырыу курортында һаҡсыл технологияларҙы тормошҡа ашырыу буйынса арауыҡ йомғаҡтары яһалды

Красноусол шифаханаһында мәғлүмәт көнө үттеКрасноусол шифаханаһында мәғлүмәт көнө үтте
Красноусол шифаханаһында мәғлүмәт көнө үтте

Красноусол шифаханаһында "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектының "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" (проект «Производительность труда») федераль проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге өс айының аралыҡ йомғаҡтарына арналған мәғлүмәт көнө үтте. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге (РКК) хәбәр итә.

Шифаханала оптималләштереү өсөн пилот майҙаны булып ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереүҙең майҙаны тора, ул урынлаштырыу һәм дауалау процестарын үҙ эсенә алған. Төҙөкләндереү периметрына административ, медицина һәм ҡунаҡхана бүлектәре инә.

— Эшсе төркөм РКК РБ-һының әүҙем ярҙамы менән ағымдағы процестарға диагностика үткәрҙе, төп үҫеш нөктәләрен билдәләне һәм эш планын төҙөнө. Хеҙмәткәрҙәр һаҡсыл етештереү ҡоралдарына, шул иҫәптән эш урындарын ойоштороу өсөн 5S системаһына өйрәтелгән дә инде, — тип билдәләне РКК Башҡортостандың проекттар етәксеһе Роман Шишков.

Һаулыҡ һаҡлау курорты теркәү һәм бүлмәләрҙе таҙартыу процесы, һәм тәүге ҡабул итеүгә анализ үткәрҙе. Белгестәр ҡабул итеү ваҡытында эш йөкләмәһен көндәр буйынса баланслаштырыу варианттарын тәҡдим итте.

Красноусол шифаханаһы милли проектҡа 2025 йылда Башҡортостанда өсөнсө һауыҡтырыу курорт ойошмаһы булараҡ ҡушылды. Учреждение бальнеотерапия буйынса махсуслашҡан, үҙенсәлекле минераль базаға эйә, йыл һайын 10 меңгә тиклем ҡунаҡ ҡабул итә.

Фото: gtrkrb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас