Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2025, 04:36

Бер юлы дүрт медицина пункты төҙөлә

Медицина учреждениелары бөтә заманса талап һәм стандарттарға яуап бирәсәк

Бер юлы дүрт медицина пункты төҙөләБер юлы дүрт медицина пункты төҙөлә
Бер юлы дүрт медицина пункты төҙөлә

Ҡыйғы районында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.

Медицина пункттары Сағыр, Абзай, Иҙрис һәм Аҫылғужа ауылдарында төҙөлә. Белгестәр урындарҙы билдәләп, бағаналар ҡағып, модулле конструкцияларҙы урынлаштыра башлаған. Медицина учреждениелары бөтә заманса талаптар һәм стандарттарға яуап бирәсәк. Уларҙа ҡабул итеү бүлмәһе, прививка, процедура кабинеттары урынлаштырыласаҡ. Дарыу препараттарын һаҡлау өсөн махсус бүлмә булдырыласаҡ.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас