Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Июль 2025, 06:39

Урман юлдары яҡшыра

Башҡортостандың Ғафури урмансылығында юлдарҙы реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла.

Урман юлдары яҡшыраУрман юлдары яҡшыра
Урман юлдары яҡшыра

Ғафури урмансылығы һәм Башҡортостандың Урман янғындары үҙәге хеҙмәткәрҙәре Красноусол – Толпар трассаһынан Ғафури районының Ерекле ауылына тиклемге юлды ремонтлау буйынса эш алып бара. Был эштәр «Экология именлеге» милли проектының (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Оҙонлоғо туғыҙ километр булған юл Еҙем участка урмансылығы кварталдары буйлап үтә. Белгестәр билдәләүенсә, бында юл япмаһы тигеҙләнәсәк, урман янғын һүндереү техникаһы өсөн ҡаршылыҡһыҙ йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн махсус урындар ойоштороласаҡ.

Ерекле ауылы төпкөлдә урынлашҡан һәм урман юлы цивилизация менән бәйләнештә булырға ярҙам итә. Шулай уҡ был юл урындағы халыҡҡа утын, бесән әҙерләгәндә бик кәрәк, умартасыларға һәм туристарға хеҙмәт итәсәк, – тип билдәләне Ғафури урмансылығы етәксеһе Әнәс Сәйфуллин.

Быйыл шулай уҡ Ҡурғашлы ауылынан Хәйбулла ауылына тиклем юлды ремонтлау планлаштырыла.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас