Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Июль 2025, 05:10

Башҡортостанға 30 градуслыҡ эҫе килә

Тик оҙаҡҡа түгел... Июль ниндәй булыр?     

Башҡортостанға 30 градуслыҡ эҫе киләБашҡортостанға 30 градуслыҡ эҫе килә
Башҡортостанға 30 градуслыҡ эҫе килә

Тик оҙаҡҡа түгел... Июль ниндәй булыр? 

 

Башҡортостанға эҫе һауа торошо килә. Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, был июлдең икенсе декадаһында була.

Һауа температураһы 8 июлдән башлап тотороҡло күтәрелә башлай. Был көндө термометр +26 градус күрһәтәсәк. Артабан күберәк. Ә 11 июлдә һауа +30 градусҡаса йылына.

Әммә эҫелек оҙаҡҡа бармаясаҡ. Июль уртаһына төбәктә уртаса йылы була — көндөҙ +24 градустан юғары түгел. Бындай һауа торошо август башына тиклем дауам итәсәк.

Июлдә республикала ямғыр яуасаҡ. Яуым-төшөм көн һайын тиерлек фаразлана.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас