

Фатима Урал ҡыҙы Мөкәй һәм Ефремкин мәктәптәрендә белем алғандан һуң, әхирәттәре менән өс йыл урман хужалығында эшләй. Һуңынан ҡыҙ район үҙәгендә һатыусылар мәктәбен тамамлай һәм һөнәрен һатыу эше менән бәйләй. Яңы Ҡыйышҡы, Мөкәй ауылдары магазиндарында бер аҙ тәжрибә туплағас, уны райондың күсмә механикалаштырылған колоннаһы ашханаһына кассир итеп саҡыралар.
Был ваҡытта инде Фатима Дәүләтбаева яҙмышын ғүмерлек юлдашы Ғилметдин Ғәлимйән улы менән бәйләгән була. Улар ғаилә ҡороп, Ҡырмыҫҡалы ауылында матур итеп йәшәп китәләр, ике улға ғүмер бирәләр.
1992 йылдың 1 июнендә Фатима Урал ҡыҙы ул саҡтағы район ҡулланыусылар йәмғиәтенең кафеһына эшкә килә. Кафетерийҙың ассортименты бик бай бында, клиенттарға бешкән ризыҡтар ҙа, төрләндерелгән аш-һыу ҙа һаталар. Резеда Бәхтигәрәева, Елена Саҙретдинова менән алмашлап эшләйҙәр. Ҡайһы бер кеше әйбер алмаһа ла, йылмайып торған һатыусыны күрергә булһа ла кереп сыға бында.
- Мин сауҙа эшен яратып башҡарам. Кешеләр менән аралашыу йәнемә рәхәтлек бирә. Элек үлсәгес менән үлсәп, ҡул менән иҫәпләп эшләгән замандар артта ҡалды. Заманға эйәреп, компьютерға ла, терминал менән эшләргә лә өйрәндек.
Хаҡлы ялға сығыуыма ҡарамаҫтан, етәкселек ҡабаттан эшкә сығыуымды һорағас, үтенестәрен кире ҡаға алманым. Утыҙ өс йыл ғүмер эсендә клиенттарымдың холоҡтарын, нимә аласаҡтарын алдан уҡ белеп торам. Үҙемде психолог та булып бөткәнмендер, тип уйлап ҡуям ҡайсаҡ, - ти йылмайып Фатима Урал ҡыҙы.
Районда үткәрелгән төрлө байрам саралары, һабантуйҙар ҙа кафетерий хеҙмәткәрҙәренән башҡа үтмәй. Ябай көндәрҙә кафе иртәнге сәғәт туғыҙҙан төнгө икегә тиклем эшләһә, күп ваҡыт байрам һәм ял көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә.
Шуға ҡарамаҫтан, Фатима Дәүләтбаева өйөндә уңған хужабикә һәм ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә. Улдары Альберт һәм килендәре Ләйсән Ҡырмыҫҡалыла йәшәйҙәр, ике ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Альберт аэропортта эшләй, Ләйсән гимназияла уҡыта.
Икенсе улдары Алгиз кәләше Гүзәл менән баш ҡалала йәшәй, бер ул тәрбиәләйҙәр. Алгиз һаҡлыҡ банкында - инкассатор, Гүзәл – фармацевт.
Бәхетле өләсәй менән олатай ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ихлас ярҙам итәләр. Кешеләргә һәйбәт мөғәләмәлә булған ҡатын һәр ерҙә лә уңған. Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ күрһәткәс, йөҙө лә яҡты, кәйефе лә күтәренке, тауар ҙа үтә.
Фатима Урал ҡыҙын һәм барлыҡ сауҙа хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Авто фотоһы.