

Өфөлә Башҡортостан тармаҡ-ара институтында “Экология именлеге” милли проектына (Национальный проект «Экологическое благополучие» ) ярашлы, IV Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең экология хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес– 2025” конкурсы үтте.
Конкурс дүртенсе тапҡыр онлайн рәүешендә ойошторолдо. Унда экологик хәүефһеҙлек буйынса бөтә Рәсәйҙән йөҙгә яҡын белгес ҡатнашҡан. Һәр конкурсантҡа 50 минут эсендә 50 һорауға яуап бирергә тура килгән.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тәрән теоретик белемдәрен күрһәткән. Еңеүсе билдәле – “РН-БашНИПИ нефть” йәмғиәтенең баш белгесе Олег Федоров. Ул дөрөҫ яуаптар һаны һәм ваҡыты буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Икенсе урынды “Нефтекама яһалма тире производство берекмәһе” йәмғиәтенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы Лиана Сафиуллина алған. Өсөнсө урында – “Транснефть-Урал” йәмғиәте экологы Татьяна Иванова.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Рәсәйҙең экология хәүефһеҙлеге өлкәһендә ун иң яҡшы белгес” рейтингы булдырылды.
– Йыл һайын конкурс бизнес һәм йәмғиәт өсөн әһәмиәтлерәк була бара. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тәрән теоретик белемдәрен күрһәтте. Уларҙың профессиональ оҫталығынан илдең экология именлеге тора, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
“Экология именлеге” милли проекты сүп-сар өйөмдәрен артабан да үтилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.